+28 °С
Облачно
ВКОК
9 мая-День Победы
2 Сентября 2022, 07:25

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

1 сентябрҙә һауа торошо ниндәй була – көҙ шундай булыр. 2 сентябрҙә ел көньяҡтан иҫһә көн - йылыға, көнсығыштан – эҫелеккә, көнбағыштан – ямғырға, төньяҡтан – ҡоролоҡҡа тартыр. 3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә - әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер. 4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер. 5 сентябрҙә кисен томан төшһә - көндәр йылы торор.

Сентябрь айына халыҡ һынамыштарыСентябрь айына халыҡ һынамыштары
Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

 

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡаш ҡарлы булыр.

Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.

Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.

Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.

Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.

Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.

Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.

Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:

1 сентябрҙә һауа торошо ниндәй була – көҙ шундай булыр.

2 сентябрҙә ел көньяҡтан иҫһә көн - йылыға, көнсығыштан – эҫелеккә, көнбағыштан – ямғырға, төньяҡтан – ҡоролоҡҡа тартыр.

3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә - әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер.

4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.

5 сентябрҙә кисен томан төшһә - көндәр йылы торор.

6 сентябрҙә яуған ямғыр ҡоро көҙгә һәм киләһе йылға муллыҡ юрай.

7 сентябрҙә төштән һуң ямғыр яуһа – ул оҙайлы булыр.

8 сентябрҙә ҡайын һәм имән япраҡтары ҡойолмаһа – ҡыш һыуыҡ булыр.

9 сентябрҙә күк йөҙөндә өряңы болоттар күренһә - ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып үтер.

10 сентябрҙә үрмәкестәр күп күренһә - ҡыш ҡарлы һәм һыуыҡ булыр.

11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә - ҡыш иртә килер.

12 сентябрҙә үрмәкестәр үҫемлектәргә уралһа – көндәр йылы торор.

13 сентябрҙә көньяҡтан иҫкән ел киләһе йыл уңышлы булыуын һөйләй.

14 сентябрҙә ҡояш ҡыҙарып байыһа – көндәр һыуытыр.

15 сентябрҙә кисен ел көсәйеп, йүнәлешен үҙгәртһә - көндәр боҙолор.

16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.

17 сентябрҙә иртән ямғыр яуһа – төшкә ҡарай туҡтар.

18 сентябрҙә урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер.

19 сентябрҙә иртән ағастарҙа бәҫ күренһә - ҡыш ҡарлы булыр.

20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.

21 сентябрҙә ҡуяндар тунын алмаштыра башлаһа – тиҙҙән ҡыш етә тигән һүҙ.

22 сентябрҙә серәкәйҙәр күренһә - ҡыш йылы килер.

23 сентябрҙә бәшмәктәр күп булһа – ҡар әҙ булыр һәм киреһенсә.

24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.

25 сентябрҙә ел тынмай иҫһә һәм йүнәлешен көнбайыҡа үҙгәртһә - ямғырҙар килер.

26 сентябрҙә көнсығыштан иҫкән ел көнбайышҡа әйләнһә – ямғырҙар килер.

27 сентбярҙә ел көнбайыштан туҡтамай иҫһә - көндәр боҙола.

28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.

29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.

30 сентябрҙә тормналар осһа – рустарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.

Р.Йәғәфәров фотолары.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас