-17 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Все новости
9 мая-День Победы
31 Октября 2024, 16:10

Ағинәйҙәр ҡорға йыйылды

"Кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ!". Бөгөн Табылды ауылында үткән Стәрлебаш районы ағинәйҙәренең төбәк-ара ҡоро шулай тип аталды.

Ағинәйҙәр ҡорға йыйылды
Ағинәйҙәр ҡорға йыйылды

 Район үҙәгенән һәм ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, йыйынды асып, ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфира Дауытова ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының көнкүреше, йәшәү рәүеше, район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Минихәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова ағинәйҙәр ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Артабан Табылды ағинәйҙәре  “Кендек сәйе” тип аталған фольклор тамаша күрһәтте.

Артабан ағинәйҙәр “Ғаилә ул – табышмаҡ. Йылы усаҡ һәм татыулыҡ” тип аталған түңәрәк өҫтәл артына йыйылып, туған телде һаҡлау, эскелек кеүек көнүҙәк проблемалар  буйынса фекер алышты. Ҡунаҡтарҙың матур сығыштары сараға йәм өҫтәне.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: