+22 °С
Дождь
ВКОК
9 мая-День Победы
8 Ноября 2024, 05:00

Яңы йылға матур бүләк!

Киләһе йылға ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. Был йәһәттән беҙҙең “Стәрлебаш шишмәләре” редакцияһында бик матур акция ойошторолдо. Шуға ярашлы, теләгән һәр кем үҙҙәренең яҡындарына киләһе йылға бүләк итеп район гәзитен яҙҙыра ала.

Яңы йылға матур бүләк!Яңы йылға матур бүләк!
Яңы йылға матур бүләк!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең һеңлеһе, Стәрлебаш ауылында йәшәүсе Йәмилә Фәйрүзоваға редакция журналистарының береһе бүләк итеп, киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына “Стәрлебаш шишмәләре” район гәзитенә яҙҙырты. Беҙҙең гәзит Йәмилә Тимербәк ҡыҙына һәр ваҡыт район яңылыҡтарын белеп торорға ярҙам итер, изге хәбәрҙәр һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырыр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Район ойошмалары, предприятиелары, учреждение етәкселәренә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ошо изге акцияға ҡушылып, яҡындарына йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә беҙҙең район гәзитен яҙҙырта ала. Гәзиткә редакцияла йәки почта бүлексәләрендә яҙҙырырға мөмкин.

Эстафетаны район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Риф ҡыҙы Тайғоноваға тапшырабыҙ!

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас