Һарайҫа ауылында тырыш ғаиләләр бик күп. Йорт тултырып 100-ҙән ашыу ҡаҙ үҫтергән Рәйфә менән Хәлит Вәлиевтар ғаиләһендә шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәһе үткән. Республикала барған “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә барған ошо күркәм сарала яҡын туғандары һәм яҡын-тирә ауылдан бик шәп өмәселәр йыйылған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәм күтәренке кәйеф менән тотонғас, эш еңел һәм бик ырамлы барҙы, тиҙәр хужалар. Ҡаҙ түшкәләрен йыуып элгәс, йола буйынса һәр кемгә тейешле өлөш менән табын әҙерләгәндәр улар.
Һуғым ризыҡҡа ғына яҙһын, туғандар, дуҫтар менән шатланып, иҫән-һау ашарға булһын. Хужаларҙың мул өҫтәленә, биргән бүләктәренә ҙууур рәхмәт белдерәләр өмәселәр. Киләһе йылдарҙа ла хужаларға күпләп ҡаҙ үҫтерергә Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер бирһен! Милли йолаларыбыҙ, кәсептәребеҙ онотолмаһын!
Фото из открытых источников.