-15 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Все новости
9 мая-День Победы
24 Апреля 2025, 09:25

Балалар бәхете хаҡына...

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Атайыбыҙ Рәжәпов Фәйзулла Ғәйнулла улы арабыҙҙа юҡ инде. Уның гүр эйәһе булыуына 35 йыл тулды. Ул хәстәрлекле, талапсан, ярҙамсыл, ғәҙеллекте, эшһөйәр кеше ине...

Балалар бәхете хаҡына...
Балалар бәхете хаҡына...

Һуғыш тип әйтһәм, гүйә ҡапыл

Ауыр булып китә һауа...

Тын юлдарым ҡыҫыла кеүек,

Йөрәгемә ҡандар һауа...

Һуғыш башланғанда атайыбыҙға 17 генә йәш була. Түбәнге Аллағыуат ауылы егете 1942 йылдың көҙөндә армия сафына алына. Уларҙың часын Сталинград эргәһенә ебәрәләр.

Һуңынан Украина фронтының саперҙар батальоны составында Фәйзулла Рәжәпов фашист илбаҫарҙарын Көнбайышҡа ҡыуа. Висла йылғаһын кисеүҙә, Сандомир плацдармы өсөн көрәштә, Праганы азат итеүҙә ҡатнаша. Саперҙарға, миналарҙы эҙләп табыуҙан тыш, юл, күперҙәр төҙөргә һәм ремонтларға ла тура килә. Фәйзулла Ғәйнулла улы бер нисә тапҡыр Юғары Баш командующий И.Сталиндың Рәхмәтенә лайыҡ була. Миҙал менән бүләкләнә. 1985 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ (Еңеүгә 40 йыл) тапшыралар.

Яугир 1948 йылдың авгусында (өс йыл армияла хеҙмәт итә) демобилизацияланып тыуған ауылына ҡайта. Мәләүез районы Ергән ауылында тимер юл төҙөүҙә ҡатнаша. Трактор бригадаһы хисапсыһы, ауыл магазинында ун биш йыл һатыусы, ферма ҡарауылсыһы булып эшләй. Бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар...

Әсәйебеҙ Хәҙисә Ишбулды ҡыҙына һуғыш башланғанда 14 йәш кенә була. Шуға ҡарамаҫтан ул да Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Ауыр һуғыш йылдарында әхирәттәре менән үгеҙ егеп ер һөргән, иген сәскән, урған, фронт өсөн ойоҡ, бейәләй бәйләгән... Тыныс ваҡытта ла эшһеҙ тормай ул: балсыҡ менән һарай һылаһынмы, бесән сапһынмы, барыбыҙға ла күлдәктәр текһенме, ойоҡ, бейәләй бәйләһенме, "Ашҡаҙар" колхозы колхозсыларына аш бешерһенме... Ситтән килгән шоферҙарға төшкө аш әҙерләй, икмәк бешерә. Һуңғы йылдарҙа сөгөлдөр үҫтерә, һәйбәт хеҙмәт һөҙөмтәләренә ирешә. Намыҫлы колхозсыны ике тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлай ауылдаштары.

Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ 1948 йылдың 12 декабрендә өйләнешә. Улар икеһе лә Түбәнге Аллағыуаттан. Беҙ атайымдың әсәһе Бәҙриямал өләсәйебеҙ менән бергә йәшәнек. Ул 1968 йылда баҡыйлыҡҡа күсте, ата-әсәйем уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты. Ата-әсәйебеҙ туғыҙ балаға ғүмер биргән. Шуға ла әсәйебеҙ "Әсәлек даны" ордены менән бүләкләнгән. Улар беҙҙе уҡытып, һәр беребеҙгә туйҙар үткәреп тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итте. Рәхмәт һеҙгә, атай-әсәй,  барыһы өсөн дә. Хәҙер барыбыҙ ҙа ғаиләле, балалар үҫтерәбеҙ, үҙебеҙ өләсәй-олатай булдыҡ, минең ике бүләм бар.

Атайымдың һуңғы көндәрендә: "Беҙ күргәнде балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә күрергә яҙмаһын, һуғыш дәһшәттәре яңынан ҡабатланмаһын ине", - тигән һүҙҙәре әле лә иҫемдә... Ә әсәйебеҙ: "Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бәхетле булһын...", - тип өҫтәп ҡуя ине.

Беҙ, уларҙың балалары, Башҡортостандың төрлө ҡала-ауылдарында йәшәйбеҙ. Әсәйебеҙҙең вафатына ике йыл. Йыл да ошо уңайҙан улдары менән килендәре ҡорбан салып, Ҡөрьән уҡытабыҙ, хәйер бирәбеҙ.

1945 йылдың 2 майында беҙҙең һалдаттар Берлинды ҡамап алалар, немецтар еңелә... Беҙҙекеләр 1945 йылдың 9 майында Еңеү яулай, унда атайым да була. Һуғыш 1418 көн бара... Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Киләһе май айы ла күптән көтөлгән Еңеү алып килһен. Тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, күңел тыныслығы теләйем.

Гөлниса ХӘЛИТОВА (РӘЖӘПОВА), Стәрлебаш ауылы.

Фото автор тарафынан бирелде.

 

Балалар бәхете хаҡына...
Балалар бәхете хаҡына...
Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас