-15 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Все новости
9 мая-День Победы
24 Апреля 2025, 09:15

Олатайыбыҙ өс һуғыш үткән

Һуғыш... Ул ҡайғы, күҙ йәштәре, юғалтыуҙар. Һуғыш һәр ғаиләгә ҡағыла, яҡындарынан мәхрүм итә, күп ғаиләләрҙең яҙмышын селпәрәмә килтерә. Һәр ғаиләнән фронтҡа аталары, балалары, тормош иптәштәре, өләсәләре, олаталары, ҡусты-һеңлеләре китә... Илебеҙ халҡы күпме ауырлыҡтар, һынауҙар кисерә, әммә бер нимәгә ҡарамай Еңеү яулай. Кешелек кисергән иң ауыр, дәһшәтле һуғыштарҙың береһендә еңә. Мин Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡаты алыштарҙа батырҙарса көрәшкән кешеләрҙе хәтерләйем, улар тураһында хәтирәләрем менән уртаҡлашырға теләйем.

Рәхмәтулла Ҡолһарин (тормош иптәшем Ғәлинур Ҡолһариндың олатаһы) ғүмеренең ете йылын һуғышта үткәрә: 1916-1917 йылдарҙа немецтарға ҡаршы Беренсе донъя һуғышы; 1918-1919 йылдарҙа Башҡортостанды Колчактан азат итеү алыштарында; 1943-1945 йылдарҙа - Бөйөк Ватан һуғышы. Граждандар һуғышынан ул уң ҡулы яраланып тыуған Аллағыуат ауылына ҡайта һәм Бала Сытырман ауылынан полкташының һеңлеһе Нәфисәгә өйләнә. Тормош иптәше менән туғыҙ бала - ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтерәләр. Фашист Германияһы илебеҙгә һөжүм иткәс, ғаиләнең бәхетле тормошо юҡҡа сыға. Рәхмәтулла Хәмиҙулла улы һуғышҡа китә.

Ул һуғышты II Украина фронты составында 122 мм миномет батареяһы тоҫҡаусыһы булып уҙған. Ҡолһарин 1916 йылдан һуң 26 йыл үткәс немецтар менән йөҙгә-йөҙ йәнә осраша. Яңы хәрбиҙәр иҫәбендә булһа ла, ҡурҡмай, иң алдынғы позицияларға ебәреүҙәрен һорай. Һалдаттың үтенесен ыңғай хәл итәләр.

Ул батарея хәрбиҙәре составына ингән көндө улар фронт линияһынан үтеп ингән дошман танктары менән ҡаты алыштар алып бара. Күп кенә минометсылар һәләк була... Танышып торорға ла ваҡыт булмай. Рәхмәтулла башта башта снаряд ташыусыны алмаштыра, һуңынан тоҫҡаусы яраланғас, уның урынына баҫа. Һәм беренсе атыуҙан уҡ дошмандың алда килгән танкын юҡ итә. Шул ваҡытта штурмсылар, пехота килеп етә. Һәм дошман һөжүме кире ҡағыла. Беренсе алыштағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡолһарин "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.

Беҙҙең ғәскәрҙәр Киевты азат итеү өсөн ҡаты алыштар алып бара. Рәхмәтулла Ҡолһарин хеҙмәт иткән батарея беренселәрҙән булып Днепр аша сыға башлай. Снарядтар, бомбалар шартлауҙан һәм дошман пуляларынан йылға өҫтө ҡайнап тора. Һалдаттар һәләк була, техника юҡ ителә, самолеттар шартлап төшә... батареялар дошман биләгән ярға барып етә һәм немецтарҙың танк подразделениеларына ҡаршы алыш башлана.

Дошман, снаряд шартлатып, беҙҙең һалдаттарҙың һөжүмен кире ҡағырға тырышып ҡаты алыш алып бара, ләкин Р.Ҡолһарин иң яҡын танкты прицелға ала һәм юҡ итә. Уның иҫәбендә өс танк юҡ ителгән була, килеп еткән ярҙам дошман һөжүмен кире ҡағырға булышлыҡ итә! Бөйөк Октябрҙең 26 йыллығын минометсылар фашистарҙан азат ителгән Украинаның баш ҡалаһында ҡаршылай. Унда олатайыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә!

Часть командиры Рәхмәтулла олатайыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында уның тормош иптәшенә хатта яҙа: "Хөрмәтле Нәфисә Сәлим ҡыҙы! Һеҙгә хәбәр итәм, тормош иптәшегеҙ  Р.Х.Ҡолһарин СССР Юғары Советы Президиумы исеменән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә хәрби заданиены өлгөлө үтәгәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнде. Уның менән ғорурлана алаһығыҙ. Һеҙгә тормош иптәшегеҙгә рухи ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. 3205 хәрби часы командиры майор Власов».

Ҡаты алыштарҙан һуң Украина тулыһынса дошмандан азат ителә. Алда - Молдавия. Был республиканы, айырыуса Кишиневты азат иткән өсөн, Рәхмәтулла I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Артабан олатайыбыҙ Болгария, Румыния һәм Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ул һәр алышта ғүмерен аямай дошманға ҡаршы алыша. Уның ҡаһарманлығы, ҡурҡыу белмәүе башҡаларға өлгө булып тора.

Еңеү көнөн олатайыбыҙ Югославия сигендә ҡаршылай. Артабан «Будапештты алған өсөн» миҙалы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Еңеү даны менән рухланып, 50 йәшлек Ҡолһарин 1945 йылдың октябрендә өйөнә ҡайта. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда төрлө вазифларҙа намыҫлы эшләй. 73 йәшендә яҡты донъянан китә.  Ауылдаштары яугирҙәрҙе, шул иҫәптән Р.Х.Ҡолһаринды ла, онотмай. Ул Еңеү байрамы ваҡытында - 9 майҙа, мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһаны, һуғыш тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Рәхмәтулла олатайыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанда ауылдаштар күҙ йәшен тыя алманы...

Уның улдары Хөснулла (минең ҡайным, тормош иптәшем Ғәлинурҙың атаһы) һәм Сибәғәтулла ла төрлө фронттарҙа һуғышҡандар. Өлкән улы – Волхов фронтында, Сибәғәтулла - Алыҫ Көнсығышта көрәшкән. Хатта Хөснулланың килене, ҡәйнәм Разия Миңләхмәт ҡыҙы ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан.

Ауылдаштар хәтерендә беҙҙең олатайыбыҙ батыр һалдат, изге күңелле, игелекле һәм ярҙамсыл, йәш быуынды тәрбиәләгән кеше булып ҡалды. Беҙ йыш ҡына уның хәрби фотоһүрәттәрен ҡарайбыҙ.. Беҙ, уның балалары һәм ейәндәре, олатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның үрнәге беҙгә һәм уны белгән кешеләргә, Ватандың лайыҡлы граждандарына өлгө булып тора. Уларға мәңгелек дан!

Зифа ҠОЛҺАРИНА, хеҙмәт ветераны.

Үрге Аллағыуат ауылы.

Фотолар ғаилә альбомынан.

Олатайыбыҙ өс һуғыш үткән
Олатайыбыҙ өс һуғыш үткән
Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас