Башҡа күп ауылдарҙағы кеүек, һуғыш йылдарында Түбәнге һәм Үрге Шәкәр ауылдарынан ир-егеттәр фронтҡа китә, уларҙың бар эшен ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр башҡара, һәм атҡарып сығалар. Беҙ уларҙы хәтерләйбеҙ, хөрмәтләйбеҙ.
Беҙ - һуғыштан һуң тыуған балаларға уларҙың яҙмышы яҡшы таныш. Уларҙың хәтирәләре аша илебеҙ тарихын беләбеҙ. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, тырышалар, һынатмайҙар. Еңеү өсөн бар ауырлыҡтарҙы үтәләр.
Ауылдаштарыбыҙҙың хәтирәләре буйынса, һуғыштың беренсе йылдарында улар үгеҙ егеп ер һөрә, күптәре курстарҙа уҡып трактор йөрөтөргә өйрәнә. Мәҫәлән, Зәйнәб Абдуллина, Тәнзилә Байназарова, Өммөгөлсөм Яуышева, Раҡия Абдуллина ХТЗ тракторына ултыра. Техника етмәү сәбәпле, 1943 йылда һәр ҡатынға көнбағыш ултыртыу өсөн бер гектар ерҙе көрәк менән ҡаҙып сығырға тигән задание бирәләр. Яҙын, кем иңенә, кем ҡул арбаһына һалып Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм башҡа хужалыҡтарҙан орлоҡ ташый. Был һыу ташҡан ваҡытҡа тура килә. Фатима инәй Аҡҡолова хәтерләүенсә, бер ваҡыт улар Ҡабыҡҡыуыш ауылына һоло артынан барырға сығалар, ауылға барып еттек тигәндә йылға ярҙарынан сыға. Шуға ҡарамаҫтан, улар йылғаны аша сығырға була. Был хәл нимә менән тамамланғанын күҙ алдына ла килтереүе ауыр, уларҙың бәхетенә Хөсәйен бабай килеп сыға һәм уларға икенсе ярға сығырға ярҙам итә.
Бына тағы ниндәй ваҡиғаны хәтерләп һөйләне Нажиә апай Күҙәшева (1928 йылда тыуған). Ике йәшендә ул әсәйһеҙ ҡала. 1943 йылда атаһын фронтҡа алалар. Ул танксы булып хеҙмәт итә һәм беренсе алышта уҡ һәләк була, өс балаһы етем ҡала. Аслыҡтан балалар яҙ көнө баҡсаларҙа көҙҙән ҡалған картуф йыйып ала, тиҫтерҙәре менән ер һөрөргә, иген сәсергә ярҙам итә, көҙөн ураҡ менән иген уралар һәм көлтә бәйләйҙәр. Ҡышын иген һуғалар.
Әсмә Алтынбаева һөйләүенсә, ул колхозға 9 (!) йәшендә ярҙам итә башлай. Игенде биҙрә менән таҙартырға ташый. Бар ерҙә аслыҡ, өс апаһы һәм ағалары аслыҡтан вафат була. 1945 йылда атаһының һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ килә. Ул беҙҙең балаларыбыҙ аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәһен, һуғыш күрмәһен тип ҡабатланы.
Фаягөл инәй Күҙәшева һүҙҙәре буйынса, ул да бесән саба, иген таҙарта. 1947 йылда ике ауылдың күп ҡына ҡыҙҙары Ергән аша Күмертау ҡалаһына бара, унда тимер юл төҙөүҙә ҡатнаша. Уларға ауылдан йыш ҡына икмәк килтерәләр.
Мәрфуға инәй Әбүләева 13 йәштән баҫыуҙарҙа сәсеүлектәрҙе утарға, фермала быҙау ҡарарға ярҙам итә. Һуғыш йылдарында биш йыл тракторсы булып эшләй. Ул бер ваҡытта ла ауырлыҡтарға зарланмай. Тормош иптәше Һаҙый ағай менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр, улар төрлө өлкәләрҙә лайыҡлы хеҙмәт итә.
Нәзиха апай Алтынбаева һәм Минъямал Рахманғолова Ленинград блокадаһы ваҡытында оборона ҡоролмалары төҙөүҙә эшләй. Хатта унан иҫтәлеккә бер кирбес алып ҡайта.
Өммөгөлсөм инәй Яуышева 1941 йылда уҡып сығып комбайн штурвалсыһы булып эшләй. 1942 йылда бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында бармаҡтарын өҙә, әммә ул көслө рухлы була һәм 1943 йылда курстарҙа уҡып тракторсы булып эшләй. 1947 йылға тиклем ер һөрә, иген сәсә, урып-йыя. 1947 йылда уны Кемеровҡа шахтаға ебәрәләр. Бер йылдан ҡайтып беҙҙең ауылда йәшәй һәм колхозда эшләй.
Ауылдың башҡа ҡатын-ҡыҙҙары тураһында ла күп яҙырға була. Хаят Алтынбаева, Рәшиҙә Ғәббәсова, Мөғәлифә Мирғәләүетдинова, Фатима Шәрәфетдинова, Тәнзилә Байназарова, Рәхимә Әбүләева, Мәүә Байназарова, Мәрфуға Әбүләева, Баныу Абдуллина, Гөлбаныу Абдуллина, Әсмә Байназарова, Сания Мәһәҙиева, Гөлзифа Мәжитова, Ғәрифә Ҡолһарина, Мәймүнә Мәһәҙиева, Миңлебикә Ғәлимова, Миңлебикә Байназарова, Маһизур Заманова, Рәзифә Абдуллина, Хәйепъямал Сурина, Нәбирә Шәрәфетдинова, Хәйепъямал Абдуллина, Хөсниямал Абдуллина, Хәнифә Байназарова, Зәйнәб Абдуллина, Раҡия Абдуллиналарҙың исемдәре район йылъяҙмаһында урын алған. Улар тураһында хәтер мәңгелек.
Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәт юлы ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм киләсәк быуын өсөн лайыҡлы өлгө булып тора.
Люциә БАЙНАЗАРОВА, Үрге Шәкәр ауылы.
Фото ғаилә альбомынан.