Түбәнге Аллағыуат ауылынан Зөлҡәғиҙә менән Йыһангир Асҡаровтар алты бала - Йыһанур, Хәсән, Хөсәйен, Хәмзә, Булат, Минисаны тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Йыһанур (1918 йылда тыуған) бала саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата. Уның һүрәттәрен фотоларҙан айырып булмай ине, тип хәтерләй торғайны атайым. Йыһанур беренселәр иҫәбендә фронтҡа алына һәм Курск дуғаһында алыштарҙа ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған яғына ҡайтырға насип булмай, батырҙарса һәләк була.
Хәсән (1922 йылда тыуған) ауылда башланғыс белем ала, һуңынан Табылды ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Белемле, зирәк егетте күрше Федоровка районы Яңы Яуыш ауылына эшкә йүнәлтәләр. Бер йылдан уны Юлдаш ауылына уҡытыусы һәм саралар ойоштороусы итеп эшкә ебәрәләр. Бында ике йыл эшләп өлгөрә һәм армия хеҙмәте ваҡыты етә. Әммә 1941 йылда илебеҙгә Германия һөжүм иткәс, һалдаттарҙы фронтҡа йүнәлтәләр. Ул 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһында химик ҡоралдар менән һуғышыу белгесе булып хеҙмәт итә. Атайыбыҙ хәтерләүенсә, ул хаттарында һуғыш хаҡында, яҡындары тураһында борсолоуы, еңеүгә оло ышанысы тураһында яҙа. Уның Дим станцияһында әҙерлек үткәндә һәм яу яланынан яҙылған ике хатын атайыбыҙ изге ҡомартҡы итеп һаҡланы. Бер йылдан 1942 йылдың 22 декабрендә, егерме йәшендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәсән Асҡаров Сталинград эргәһендәге ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була.
Атайым Хөсәйен Асҡаров, 1926 йылда тыуған, 1941 йылда Федоровка районы Бала Сытырман ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған. Йәш кенә көйө, 17 йәшлек егет, ике һәләк булған ағалары өсөн үс алыр өсөн 1943 йылда Ватан һағына баҫа.
Алкинола ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үткәндән һуң атайыбыҙҙы Көнбайыш фронтҡа йүнәлтәләр. Ике ай Каунас ҡалаһында пулеметсыға уҡый. Башта 3-сө Белоруссия фронтының 202-се мотоуҡсылар фронты составында кесе сержант званиеһында, артабан сержант званиеһында Көнсығыш Пруссияла бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Кенигсберг өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1945 йылдың Еңеү майынан һуң уға тағы ла алты йыл хеҙмәт итергә тура килә. 1945 йылдың сентябренән алып 1946 йылдың февраленә тиклем радистар мәктәбендә уҡый. 1947-1948 йылдарҙа Пруссияла радиостанция начальнигы булып хеҙмәт итә, артабан ул Белоруссияла Воложин ҡалаһында радиоразведчиктар ротаһы старшинаһы була.
1951 йылдың сентябрендә генә уға тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Атайыбыҙ Перовский бейеүен бейергә, "Уйыл", "Шахта", "Рамай" һәм башҡа оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға яратты. Күрәһең, ижадҡа, сәнғәткә һөйөүе уны Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни-ағартыу мәктәбенә алып килә. Йәш белгесте Стәрлетамаҡ район башҡарма комитеты мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында ситтән тороп уҡый. Артабан 1962 йылда Куйбышев педагогия университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. 1955 йылда Хөсәйен Йыһангир улы тыуған Аллағыуат ауылына ҡайта. 34 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлай, ошо йылдарҙың 31 йылы мәктәп директоры вазифаһында эшләй. Хеҙмәт йылдарында уның тырышлығы менән өс бина төҙөлә, ауылдың тарихын өйрәнә, мәктәп музейын булдыра.
Белем биреү өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн "В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн" миҙалы, БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамоталары, шулай уҡ район һәм район Советының күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалы, "Яҡшы радиоразведчик" билдәһе һәм бик күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
1986 йылда хаҡлы ялға сыға. Шуға ҡарамаҫтан, ул әүҙем тормош менән йәшәй. Тынғыһыҙ уҡытыусы ауылда мәхәллә ойоштора һәм имам-хатиб вазифаһын башҡара. Уның әсәһе Зөлҡәғиҙә өләсәйебеҙ үҙ ваҡытында бик уҡымышлы һәм диндар ҡатын була. Ул исламдың бөтә ҡанундарын үтәй, Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә, биш намаҙын ҡалдырмай. Бала саҡтан уға йыш ҡына ярҙам, кәңәш һорап килгәндәрен хәтерләйем. Ул доғалар, үләндәр һәм халыҡ ысулдары менән кешеләрҙе дауаланы. Уның өҫтәлендә һәр ваҡыт андыҙ һәм башҡа дауалау үләндәре төнәтмәләре бар ине. 96 йәшендә ул баҡыйлыҡҡа күсте.
Атайыбыҙҙы райондан ситтә лә яҡшы белделәр, йыш ҡына уға кәңәш һорап мөрәжәғәт иттеләр. Бындай татыу ғаиләлә үҫкәнебеҙгә һәм ата-әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ. Йылдар үткәс, атайымдың маҡсатлы, ныҡышмалы булыуына һоҡланам. Биш балаһы булып, яуаплы вазифа биләп, ул ситтән тороп уҡый, күп кенә йәмәғәт эштәрен башҡара. Әсәйем - тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәниә Ғибаҙулла ҡыҙы маҡтау, ихтирам һүҙҙәренә лайыҡ. Уның атаһы, өс бер туғаны менән фронтҡа китә. Дүртеһе лә һуғыш яландарында һәләк була. 13 бала етем ҡала.
Ата-әсәйем 60 йылдан ашыу татыу ғүмер итте, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙе.Балаларына ғына түгел, ейәндәренә лә лайыҡлы тәрбиә бирҙеләр.Уларҙың күбеһеатайыбыҙҙыңһөнәренһайланы.Әлегеваҡытта Асҡаровтар нәҫелендә 30-ҙан ашыу уҡытыусы бар.Улар араһындамәғариф отличниктары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Гөлнур Ҡолһарина – фән докторы, Ирена һәм Нур Ҡолһариндар - фән кандидаттары.
Хәсән һәм Хөсәйен Асҡаровтар уҡытыусылар династияһына нигеҙ һалыусылар. Улар, маяҡ кеүек, беҙҙең тормош юлыбыҙҙы яҡтырта.
Зифа ҠОЛҺАРИНА, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф ветераны.
Фотолар автор тарафынан бирелде.