Күп йыл элек фашист илбаҫары
Баҫып инде тыуған илемә.
Күпме ауырлыҡтар, күпме ҡайғы
Һалды улар халыҡ иңенә.
Атайлылар ҡалды атайһыҙ булып
Һөйгән йәрһеҙ ҡалды йәш ҡыҙҙар.
Йәшел шинель ябынып ятып ҡалды
Ир-егеттәр һәм сая ҡыҙҙар.
Бына бөгөн һуғыш тамамланған көн
Обылиск янына баҫтылар.
Ҡайтмай ҡалған һуғыш ҡорбандарын
Бер тын тороп иҫкә алдылар.
Украина һуғышы
Быҫҡып ҡына ятҡан күмере менән
Һуғыш уты тағы ҡабынды
Күпме әсә, күпме ҡатын-ҡыҙҙар
Ҡайғы шәлен тағын ябынды.
Беҙ үҙебеҙ һис бер ҡайғы күрмәй
Йәшәнек бит тыныс тормошта.
Хәҙер килеп ир-егеттәребеҙ
Ҡан ҡоялар ошо һуғышта.
Кемдер үлеп ҡайта, ҡайһылар
Госпиталдә ята, яралы.
Күптәренән хәбәр-хәтер ҙә юҡ
Һис бер табып булмай сараһын.
Украина, күпме хәсрәт һалдың,
Күпме була инде түҙергә?
Миһырбанлыҡ бирһен күңеленә
Хоҙайымдан шуны теләргә.
Ошо һуғыш тиҙерәк туҡтаһа, әгәр
Аяҙ булыр ине күгебеҙ.
Ир-егеттәр теүәл генә ҡайтып,
Шул көндәрҙе тиҙерәк күрербеҙ.
Зөлфирә ХӨСӘЙЕНОВА. Ибраҡай ауылы.