+10 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Общие статьи
6 Июля 2021, 12:15

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Дәрескә тип түгел, осрашыуғаҺабаҡташтар бөгөн йыйылған,Һуңғы ҡыңғырауҙың сыңлауынаБөгөн инде утыҙ биш йыл тулған.

Шулай тип осрашыуға йыйылдыҡ беҙ Йәлембәт мәктәбен (элек Һарайҫа урта мәктәбе ине) 1986 йылда тамамлаусы уҡыусылар. Ошо уңайҙан 3 июлдә класташтар менән осрашыу кисәһе ойошторҙоҡ. Бик һағынып ҡайттыҡ тыуған мәктәбебеҙҙе! Уның тупһаһын атлап кереү менән тулҡынланыу хистәре ялмап алды.
Мәктәбебеҙ шулай уҡ яҡты, йылылыҡ бөркә. Матди яҡтан алға киткән. Бик матур ремонт эштәре эшләнгән, компьютер кластары, ашхана, туалет уңайлыҡтары, уҡыу һәм спорт өлкәһендәге ҙур уңыштарҙы күреп бик ныҡ шатландыҡ. Артабан да шулай дауам итегеҙ!!!
Үҙебеҙ уҡыған 1976-1986 йылдарҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы иҫкә алдыҡ! Класс етәксебеҙ һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисамов Зәкинә Ислам ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Дәминева Ғәлиә апабыҙ менән осраштыҡ.Оҙаҡ йылдар мәктәпте етәкләүсе Наиль Ҡасим улы Шәрипов мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе, беҙҙең класҡа ҡағылышлы приказдар менән таныштырҙы. Йылы ҡаршы алыуығыҙга ҙур рәхмәт! Матур хәтирәләр, яҡты уйҙар менән таралыштыҡ, йышыраҡ осрашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ! Тормошта үҙ юлдарын тапҡан, матур ғаилә ҡороп йәшәгән класташтарым өсөн айырыуса шатмын! Бәхет, һаулыҡ теләйем!!!!
Нәсимә Собханғолова.
Фото автор тарафынан бирелде.
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: