

Ибраҡай ауылы
(893) ҒӘЛИЕВ Юнир Хәбир улына
Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы күркәм ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше һин. Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт әлегеләй кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстар, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ.
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер үтеп,
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сәмиғә, ҡыҙың Гөлназ, кейәүең Айбулат, улың Юлай, ейәнсәрең Алтынай.