

Иҫке Ҡалҡаш ауылы
(906) ИЛЬЯСОВА Рита Ғәлләм ҡыҙына
Ҡәҙерле кешебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы - юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, һөйөклөбөҙ!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн көн дә күгеңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Ауырлыҡтар бер ҙә кисермә,
Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Һинең йөҙөңдә шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән апайың Рима, Әлфиә, Рәфис, Зөлхизә, Ғәли Насировтар һәм балаларыбыҙ.