

Ибраҡай ауылы
БАҺАУЕТДИНОВА Тәслимә Биктимер ҡыҙына
Хөрмәтле еңгәбеҙҙе, киленебеҙҙе матур ғүмер байрамы - 65 йәшлек юбилейы айҡанлы тәбрик итәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, ағайыбыҙ менән бергә - бергә бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Улар икеһе лә бик тырыш һәм егәрле, намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Бөгөнгө көндә олатай-өләсәй булып, балаларына, ейәндәренә ныҡлы терәк, кәңәшсе булып, гөрләтеп донъя көтәләр: һарай тултырып мал аҫырайҙар, баҡсаларында һәр төрлө йәшелсә - емеш үҫтерәләр, бал ҡорттары үрсетәләр. Улар һинең эш, минең эш тип иҫәпләшеп тормай, ауыр ирҙәр эшен дә, ҡатын-ҡыҙ эшен дә бергә башҡаралар, шуға ла һәр ерҙә идеаль тәртип һәм бөхтәлек. Алдағы көндә лә уларға шулай бергә - бергә гөр килеп донъя көтөргә, ейәндәренең башлы - күҙле булғанын күрергә яҙһын!
Тыуған көндәр шәп елдереп,
Килә лә етә,
Иҫтәлектәрен ҡалдырып,
Үтә лә китә.
Алда тағы бик күп булһын
Тыуған көндәрең,
Ҡаршылайыҡ бергә- бергә
Юбилейҙарҙы!
Ҡотлау сәләмдәре менән ҡәйенһеңлеләрең Маһинур, Кәримә, Әнисә, еңгәң Минехәнә, кейәүҙәрең Хәлләф, Фәнсит.
Стәрлебаш - Мортаҙа - Ибраҡай - Иҫке Ҡалҡаш.