+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
17 Ноября 2022, 09:39

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ибраҡай ауылы  МӨХӘМӘТҠОЛОВА Сәүиә Минияр ҡыҙына Беҙҙең өсөн иң ғәзиз, һөйөклө кешебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрәһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетлеғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй! Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен, Шатлыҡ менән тулһын күңелең. Һиңә ҡарап, һәр саҡ һоҡланабыҙ, Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен. Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ, Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә. Һәр көнөңдә һине яратыусы Балаларың булһын йәнәшә! Ҡотлау менән балаларың Илдар-Роза, Гөлдәр - Сабир, Сәриә - Салауат, Илдус, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ибраҡай ауылы

(943) МӨХӘМӘТҠОЛОВА Сәүиә Минияр ҡыҙына

Беҙҙең өсөн иң ғәзиз, һөйөклө кешебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрәһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетлеғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!

Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,

Шатлыҡ менән тулһын күңелең.

Һиңә ҡарап, һәр саҡ һоҡланабыҙ,

Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,

Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.

Һәр көнөңдә һине яратыусы

Балаларың булһын йәнәшә!

Ҡотлау менән балаларың Илдар-Роза, Гөлдәр - Сабир, Сәриә - Салауат, Илдус, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас