Все новости
Общие статьи
24 Ноября , 10:38

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Табылды ауылы  Фроза Рамазан ҡыҙы менән Мөхтәр Зәкәриә улы ВАХИТОВТАРҒА Табылды ауылында йәшәүсе атайыбыҙ менән әсәйебеҙ Фроза Рамазан ҡыҙы менән Мөхтәр Зәкәриә улы Вахитовтар өсөн быйылғы йыл иҫтәлекле - уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә ошо көндәрҙә 65 йыл тула.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Табылды ауылы

(979) Фроза Рамазан ҡыҙы менән Мөхтәр Зәкәриә улы ВАХИТОВТАРҒА

Табылды ауылында йәшәүсе атайыбыҙ менән әсәйебеҙ Фроза Рамазан ҡыҙы менән Мөхтәр Зәкәриә улы Вахитовтар өсөн быйылғы йыл иҫтәлекле - уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә ошо көндәрҙә 65 йыл тула.

Атай-әсәйебеҙҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ләкин уларҙан үткәндәргә бер ниндәй ҙә зарланыу, ризаһыҙлыҡ һүҙҙәре ишетмәҫһең, киреһенсә, бала саҡ йәшлек йылдарын һағынып иҫкә алалар, хәҙерге көнгә шөкөр итеп йәшәйҙәр. Уларҙың рух ныҡлығы, йәшәү дәрте һоҡландыра, беҙгә үрнәк булып тора. Йор, тапҡыр һүҙле, аҡыллы, үҙ бәҫен белеүсе күркәм заттарҙан улар - беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ. Беҙгә, ике улға һәм бер ҡыҙға, ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар, осор ҡанат бирҙеләр. Һеҙ булғанда беҙ бәхетле, әлдә һеҙ бар әле донъяла тип, оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Артабан да беҙгә терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелек-хөрмәтен тойоп, иғтибарына төрөнөп йәшәргә яҙһын.

Ҡотлау менән барлыҡ балаларығыҙ, ейән-ейнсәрҙәрегеҙ исеменән улығыҙ Радмир, киленегеҙ Флүрә.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас в