ҠОТЛОШИН Замир Вәли улына
Ошо көндәрҙә хөрмәтле ҡоҙабыҙға 65 йәш тула. Уны ошо күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡоҙағыйыбыҙ менән бергә-бергә, балалары ихтирамына, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүенә төрөнөп, озон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булһын.
"Ир-егеттең йәшен һорамайҙар",
Тиһәләр ҙә, килә әйтәһе:
65 йәш - иң рәхәт, иң шәп саҡ,
65 йәш - йәштең кәттәһе!
Өй һалынған, ағас ултыртылған,
Атай-әсәй инде балалар,
Иң ҙур шатлыҡ - ейән-ейәнсәрҙәр,
"Олатай", тип күҙгә бағалар.
Ҡоҙағый менән парлап, бергә-бергә
Оҙаҡ йылдар ғүмер итегеҙ.
Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы -
Быға лайыҡһығыҙ икегеҙ.
"Ир-егеттең йәшен һорамайҙар,
Ә эшләгән эшләгән эшен барлайҙар,
Ауырлыҡҡа улар бирешмәйҙәр,
Дауылдарҙа шартлап һынмайҙар".
Ҡотлау менән ҡоҙа-ҡоҙағыйың Маһинур һәм Хәлләф Хөбөтдиновтар.