Все новости
Общие статьи
24 Ноября , 12:09

ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Иҫке Ҡалҡаш ауылы ҠОТЛОШИН Замир Вәли улына Һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Иҫке Ҡалҡаш ауылы

(964) ҠОТЛОШИН Замир Вәли улына

Һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ! Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре кисереп, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.

Ҡотло  булһын һинең тыуған көнөң,

Юбилейың – оло байрамың.

Ҡабул ит һин беҙҙән ҙур бүләкте,

Изге теләктәрҙең бәйләмен.

Ғүмерҙәрең булһын бәхетле,

Бәхеттәрең булһын ғүмерле.

Ерҙә булған бөтә яҡшылыҡты,

Бирһен Хоҙай һиңә был көндө.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлфинә, балаларың Урал - Фирүзә, Гөлнара - Илфат, ейәнсәрҙәрең Камила, Дилә, Самира, ейәнең Булат.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас в