+26 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Общие статьи
5 Декабря 2022, 13:56

Район гәзитенә ташлама менән яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Хәҙерге заманды мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә. Әммә төплө мәғлүмәтте тик матбуғат ҡына бирә ала, гәзит-журналдар фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. "Бар яңылыҡтарҙы интернет аша беләбеҙ", - тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә интернет тиҙ арала онотола торған мәғлүмәт бирә. Ә гәзит һүҙе уйландыра, аҡылға үтеп инә, проблеманы хәл итергә ярҙам итә. Ҡулға район гәзитен алып, бар мәҡәләләрҙе йөрәгең аша үткәреп, уҡып сығыуға ни етә! Гәзит биттәрендә район халҡының хәле, тормошо, ваҡиғалар сағылдырыла. Ул беҙҙең рухи хазинабыҙ, районыбыҙҙың йөҙө! “Стәрлебаш шишмәләре”, "Стәрлебеш чишмәләре", "Стерлибашевские родники" гәзиттәренә 2023 йылдың беренсе яртыһына яҙылған һәм уның квитанцияһын “Бүләк уйнатыуға” тигән билдә менән редакцияға ебәргән һәр кемдең төп бүләк – бер машина утын отоу мөмкинлеге бар. Был берҙән-бер бүләк түгел! Гәзиткә яҙылыусыларҙы һөйөндөрөрлөк башҡа төрлө бүләктәр ҙә күп буласаҡ!

Район гәзитенә ташлама менән яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Район гәзитенә ташлама менән яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Хәҙерге заманды мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә. Әммә төплө мәғлүмәтте тик матбуғат ҡына бирә ала, гәзит-журналдар фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. "Бар яңылыҡтарҙы интернет аша беләбеҙ", - тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә интернет тиҙ арала онотола торған мәғлүмәт бирә. Ә гәзит һүҙе уйландыра, аҡылға үтеп инә, проблеманы хәл итергә ярҙам итә. Ҡулға район гәзитен алып, бар мәҡәләләрҙе йөрәгең аша үткәреп, уҡып сығыуға ни етә! Гәзит биттәрендә район халҡының хәле, тормошо, ваҡиғалар сағылдырыла. Ул беҙҙең рухи хазинабыҙ, районыбыҙҙың йөҙө!

“Стәрлебаш шишмәләре”, "Стәрлебеш чишмәләре", "Стерлибашевские родники" гәзиттәренә 2023 йылдың беренсе яртыһына яҙылған һәм уның квитанцияһын “Бүләк уйнатыуға” тигән билдә менән редакцияға ебәргән һәр кемдең төп бүләк – бер машина утын отоу мөмкинлеге бар. Был берҙән-бер бүләк түгел! Гәзиткә яҙылыусыларҙы һөйөндөрөрлөк башҡа төрлө бүләктәр ҙә күп буласаҡ!

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: