+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
8 Декабря 2022, 06:35

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Мортаҙа ауылы АТАНҒОЛОВ Миңлевәли Минеғәлим улына Ҡәҙерле кешебеҙ, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Атай, һин - иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, матур ғүмер байрамың уңайынан йөрәк түренән сыҡҡан иң ихлас, изге, яҡты теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, йән тыныслығы, беҙҙең, балаларыңдың изгелеген күреп, әсәйебеҙ менән тигеҙ ғүмер кисереп, барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, яҡындарыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай. Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәлиә Тимерхан ҡыҙын тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Әсәй! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм биреп, атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Байрамың — мөбәрәк, эштәрең — уң, донъяң түңәрәк булһын! Күпме булһа ерҙә изге теләк – Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барын да. Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын Тыуған көнөгөҙҙөң һәр бер таңында. Йөрәгегеҙгә йыйған яҡшылыҡтар Изгелектәр булып ҡайтһындар. Тыуыр таңдар алып килһен һеҙгә Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар! Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ Инвир - Эльвира - Эллари, Азамат, Миләүшә.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Мортаҙа ауылы

АТАНҒОЛОВ Миңлевәли Минеғәлим улына

Ҡәҙерле кешебеҙ, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Атай, һин - иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, матур ғүмер байрамың уңайынан йөрәк түренән сыҡҡан иң ихлас, изге, яҡты теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, йән тыныслығы, беҙҙең, балаларыңдың изгелеген күреп, әсәйебеҙ менән тигеҙ ғүмер кисереп, барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, яҡындарыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.

Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәлиә Тимерхан ҡыҙын тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Әсәй! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм биреп, атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Байрамың — мөбәрәк, эштәрең — уң, донъяң түңәрәк булһын!

Күпме булһа ерҙә изге теләк –

Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барын да.

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Тыуған көнөгөҙҙөң һәр бер таңында.

Йөрәгегеҙгә йыйған яҡшылыҡтар

Изгелектәр булып ҡайтһындар.

Тыуыр таңдар алып килһен һеҙгә

Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!

Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ Инвир - Эльвира - Эллари, Азамат, Миләүшә.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас