

ПСӘНЧИНА Лилиә Сағман ҡыҙына
Тирә - йүнгә яҡты нур һибеүсе ҡояшыбыҙ, ғәзиз әсәйебеҙҙең ҡыҙының тыуған көнө! Ҡәҙерле, игелекле, яратыусан, наҙлы һәм иғтибарлы әсәйебеҙ! Һәр һулышыбыҙ, йөрәгебеҙҙең һәр тибеше өсөн һиңә рәхмәтлебеҙ. Тормошоң бары тик күңелле миҙгелдәр һәм онотолмаҫлыҡ хис-кисерештәр менән тулып торһон. Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, йән тыныслығында, балаларыңдың һәм ейән-ейәсәрҙәреңдең бәхетенә һөйөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын. Тормошоң өсөн барлыҡ изгелек орлоҡтарың сәскә атһын.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Ләйсән, Ләлә, кейәүҙәрең Вадим, Рудольф, Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең Ева, Лэйла, Айлина, Даниил, Рада, Аида, Аслан исеменән ҡыҙың Әлиә.