+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
20 Февраля 2023, 04:40

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!

Табылды ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәжитова Зөбәржәт Ғафур ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң,  тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,

Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Балаларың Лилиә, Фәнис, ейәнең Мират, ейәнсәрең Сабина.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас