+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
2 Марта 2023, 10:31

Март айына һынамыштар

4 Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр. 5 Мартта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ. 6 Мартта ҡоро һауа – көндәр йылытыуға. 7 Мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор. 8 Мартта ҡар төшһә, 8 апрелдә һыуыҡ булыр.Әгәр был көн ҡоро икән, 8 апрелгә ямғыр көтөгөҙ.  

Март айына һынамыштарМарт айына һынамыштар
Март айына һынамыштар

9 Мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.

10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.

11 март көндө ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.

12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.

13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.

14 март ниндәй – йәй шундай.

* 25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-03-02/ya-ette-du-tar-3161966

 

Автор:Алия Салихова
Читайте нас