

Ибраҡай ауылы
СӘЛИХОВА Разия Вәрис ҡыҙына
Ҡәҙерле тормош иптәшем, киленебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгөләй тормош матурлыҡтарына шатланып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, дәртеңде, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, яҡындарыңдың игелеген, ихтирамын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә — көс, йәшәү дәрте бирһен. Һин беҙҙең тормошто йәмләүсе, бәхет өләшеүсе. Барыбыҙҙы ла һәр ваҡыт ҡурсалап торғаның өсөн рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине ЯРАТАБЫҘ!
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң -
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең,
Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул әлегесә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнәң, ҡайның, тормош иптәшең, ҡыҙҙарың Сөмбөл, Мөслимә, улың Динислам, кейәүең Артур, ейәнсәрҙәрең һәм барлыҡ туғандарың.