

Хөрмәтле әхирәтем, ҡоҙағыйымды яҙ байрамы һәм тыуған көнө менән ихлас ҡотлап, изге теләктәремде юллайым. Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйем. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.
Тыуған ерең урман, тауҙар,
Һайрап торор ҡоштар иле.
Гөл-сәскәләр менән тулған,
Хуш еҫле аңҡып торған ере.
Һөйөү елен килтергәндер,
Ялан илен төйәк иттең.
«Тыуған ерҙән, төшкән ерҙең
Яҡын» лығын иҫбат иттең.
Уңған килен булып сыҡтың,
Ҡәйнәңә, туғандарыңа.
Ниндәй эшкә тотонһаң да,
Ут уйната ҡулдарың да.
Һикәлтәле тормош юлын
Яҙмаған урап үтергә.
Тормош йомғағын парлашып
Тура килмәгән һүтергә.
Яҙмыштың әсе һынауын
Һин дә үткәрә белдең.
Һығылманың, бөгөлмәнең.
Ҡайғыға бирелмәнең.
Тирә-яҡтар һоҡланырлыҡ,
Үҫтерҙең матур улдар.
Бер-береһен һанай-һанай
Үтеп киттеләр йылдар.
Хәҙер инде һин хөрмәтле
Дәрәжәле, ил инәһе!
Бөгөн һиңә йыйылғандар
Туған-тыумаса, яҡындар,
Һәр кемеһе теләй теләктәрҙең
Иң йылыһын, иң изгеһен.
Шатлыҡ-бәхет ҡыуаныста
Үтһен алдағы ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән әхирәтең Хәлиҙә Ҡотлошина.