Айҙың, йондоҙҙарҙың тәбиғәткә йоғонтоһо, алдағы тотош йылға Аллаһ Тәғәләнең йәшәйештәге хәл-ваҡиғаларҙың тәғәйенләшенең сағылышын билдәләүе. Көнсығыш календары буйынса яңы йыл февралдә башланһа, мосолман тәҡүиме (календары) буйынса марттың һуңғы ун көнөнә тура килә. Уның да һуңғы ун көнлөгөнөң тәүге бер-ике көнө. Был яңы айҙың аҙна көндәренең ҡайһыһында йәки төнөндә, иртәһендә тыуыуына ҡарап билдәләнә.
Боронғо ғалимдар сәғәт, минут менән йәшәмәгән, ҡояштың тәүлек әйләнәһендә күк йөҙөнөң ҡайһы өлөшөндә булыуына ҡарап фаразлаған көн ваҡытын йәки өйлә, кис һ.б. Намаҙ ваҡыттары ла шулай. Таң атыу аҡ еп менән ҡара еп айырыла башлағас, таң атыу ваҡыты керә, тимәк, иртәнге намаҙ шул ваҡытта уҡыла. Ул ваҡыт йәйгә табан 2-3 минутҡа иртәрәк була бара. Өйлә намаҙы ҡояш нәҡ баш түбәһендә булғанда, йәғни күләгәнең иң ҡыҫҡа ваҡытына тура килә. Ул гел шул бер үк ваҡытта, көн оҙайыу йәки ҡыҫҡарыуға ҡарап үҙгәрмәй. Икенде намаҙы бер ярым күләгә булғас, ахшам нәҡ ҡояш байығас. Григорян, славян календарҙарының да үҙ үҙенсәлектәре бар.
Науруз да шулай уҡ. Тик беҙ хәҙер ғалимдар күҙәтеүе буйынса төҙөлгән календарь менән эш итәбеҙ. Бында инде календарҙарҙа ваҡыттың теүәл күрһәтелеүе кәрәк була. Мәҫәлән, үткән йыл календары менән науруз кесаҙна көн иртәһендә килгән ине. Ә көн иртәһе үткән көндөң төн уртаһы (сәғ. 12.00) булғас башлана. Тимәк, беҙҙең йоҡо ваҡытыбыҙҙың күп өлөшө алдағы көнөбөҙҙөң иртәһенә, йәғни, ҡояш сығыуҙан байтаҡ алдағы ваҡытҡа тура килә. Ә иң мөһиме, күк есемдәренең һәм ерҙең бер-береһенә тәьҫире ҡайһы ваҡытта ниндәй булыуына ҡарап, ризыҡ муллығы, уңыш ниндәй булыу, уны йыйып алыу, хатта уңыш мул булып уны йыйып алыу, хатта уңыш мул булып уны йыйып ала алмау ҡурҡынысы янау билдәләнә. Мәҫәлән, 1941 йылда иген яҡшы уңған, һуғыш башланыу сәбәпле йыйып алынмаған. Шулай уҡ илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр, илдәр менән идара итеүсе батшалар, хужалар кәйефенә тәьҫире лә күҙәтелә. Алдан белеп торһаң, тормошто көйләргә мөмкин икәне, бәлә-ҡаза, юғалтыу, емерелеүҙәрҙе булдырмай ҡалырға киҫәтеү булыуы хаҡында һөйләй. Йондоҙҙарҙың, бигерәк тә Сатурн менән Юпитерҙың, һәм тағы ҡайһы берҙәренең бер-береһенә яҡынлашыуы, йондоҙ атылыуҙар тормоштоң күп өлкәһенә ҡағылышлы киҫәтеүҙәр булып тора. Мәҫәлән, 2022 йылдың 21 мартында ай 23 сәғат 11 минутта уҡсы йондоҙлоғонда тыуған. Илдә барған һауа торошонда булған көсөргәнешлелек өсөн ыңғай булмағанды күҙәттек.
Науруз
Боронғоларҙан килгән һүҙ
Хаҡ булғанға юғалмай,
Һынамыштар иҫбатлана
Тормошта һынай-һынай.
Марттың һуңғы ун көнөндә
Тигеҙләшкәс көн һәм төн
Науруз-гүзәлде хөрмәтләй
Мосолман бер нисә көн.
Һынамыштар үҙ көстәрен
Юғалтмаған бер заман.
Иҫбатлана ғына бара
Дөрөҫлөктәре һаман.
Науруз байрам килә ергә
Егерме бере иртән.
Әҙерләнеп көтөп алһаң
Байрамың булыр күркәм.
Науруз килһә шәмбе көндә
Зүһәл (Сатурн) булыр тупһаңда
Аптырама ниҙағлашыу,
Ыҙғыш-талаш ҡупһа ла.
Йәй көнөндә ел йыш иҫер
Ҡубар хатта дауыл да.
Ҡорал тотоп ҡан ҡойорҙар
Ҡалаларҙа, ауылда.
Аҡса, байлыҡ төп сәбәпсе
Ҡан ҡойоуҙа, ыҙғышта.
Залим, уғры, йәберләүсе
Йәм тапмаҫ был тормошта.
Сереп байыр ҡомһоҙлоҡтан,
Белмәҫ ризыҡ ҡәҙерен.
Байлыҡ ҡалыр ер өҫтендә
Бер кем белмәҫ ҡәҙерен.
Йәкшәмбелә булһа науруз
Шәмсиәгә ул ҡарай
Туҡлыҡ булыр, инша Аллаһ,
Бабалар шуны юрай (шәмсиә-ҡояш).
Ыҙғыш-талаш, низағлашыу
Һирәк булыр, ил тыныс,
Күрше-күлән, дуҫ-дошмандан
Янамаҫ һис ҡурҡыныс.
Баҫыу-ҡырҙа иген уңыр
Малға ризыҡ – бихисап
Уңыш йыйыу ҡыйын булыр
Шундай көҙгә тот иҫәп.
Яҙы-йәйе муллыҡ булһа,
Һаҡ булырға ишара.
Бар уңышты йыйып булмау
Тынғы бирмәҫ йәшәргә.
Татыулыҡ булыр ғаиләлә
Дустаналыҡ – ил-ара
Үлем-китем дә аҙ булыр
Тыуыр күберәк ир бала.
Бына шуны белеп йәшәү
Кәрәгәсәк донъяла.
Науруз килһә дүшәмбелә
Ҡәмәр булыр был көндә,
Һый-ниғмәттәр йыл буйына
Мул булыр һәр бер өйҙә.
Йыл башында ҡар ҙа булыр
Ямғырлы булыр йәйе
Ғәлийәнәп падишаһтың
Нишләптер булмаҫ яйы.
Яҙғы яҡта ҡар аҙ булыр
Игенгә зыян булмаҫ.
Ҡауын-ҡарбузға йыл килмәҫ
Баҡса емеше уңмаҫ.
Сауҙагәрҙәрҙең эшендә
Тотҡарлыҡтар йыш булыр
Ил башлығы булғандарҙың
Эшендә борсоу булыр.
Быны белеп йәшәгәндә
Хафа, зыян аҙ килер.
Миррахта тыуған наурузға
Шишәмбе тура килһә
Иген уңыр, муллыҡ килер
Кешеләренә, илгә.
Кеше ҡаны аҙ ҡойолмаҫ,
Рәхим, шәфҡәт гел кәмер,
Ата улды, әсә – ҡыҙҙы
Белмәй торған йыл булыр.
Риза булмаҫ кешеләре
Батша идараһынан.
Яман холоҡ алдан йөрөгәс,
Һаҡламаҫ бәләһенән.
Халыҡ талап йыйған байлыҡ
Йәненә тынғы бирмәҫ,
Минеңсә! Тиер, ҡыуаныр,
Әммә шатлығын күрмәҫ.
Ҡышын ҡар һирәк яуһа ла,
Яҙын һыу бәлә һалыр,
Шуны алдан белгән кеше
Ташҡынға аҙ юлығыр.
Аллаһ юлына баҫҡандың
Аҙымы нығыраҡ булыр.
(Миррах – Марс йондоҙлоғо
Шаршамбыға килгән науруз
Уторидҡа бит ҡарай,
Бындай йылды ыңғай тиеп,
Һис кенә әйтеп булмай.
Йыл буйы һиҙелеп торор
Бар нимәгә мохтажлыҡ,
Бәндә ҡаны йыш ҡойолор,
Ҡурҡытып торор аслыҡ.
Ыҙғыш-талаш, мәкер булыр
Күпкә түгел, бик аҙға.
Илгә муллыҡ вәғәҙә итеп,
Епшек ҡар яуыр яҙға.
Еләк-емеш, ҡауын-ҡарбуз
Бихисап уңыш бирер.
Арпа, бойҙай ҡиммәтләнер,
Төшөмө лә мул килер.
Сиратлашып гел йөрөрҙәр
Ҡурҡыныс менән шатлыҡ,
Бәндә һөмһөрө ҡойолмаҫ
Күңелендә йөрөтһә аҡлыҡ.
Әгәр быны алдан белһәң,
Зыян һалмаҫ Меркурий
(Уторид - Меркурий).
Науруз килһә өйөгөҙгә
Кесаҙна көн иртәһе
Мөштәригә ҡарап килер,
Булыр сабыр итәһе.
Сырхау, сирләүҙәр йыш ҡунаҡ
Ситләмәҫ бәлә-ҡаза,
Сабыр итһәң, Инша Аллаһ
Был хафа булыр аҙға.
Иҫеңдә тот: был йылда һин
Ризыҡты тотон һаҡлап,
Килер көнөңдә уңырһың
Йәшәһәң шуны аңлап.
Бөгөндө генә ҡайғыртма
Йәшә алдыңа ҡарап
(Мөштәри - Юпитер).
Әгәр Науруз тура килһә
Изге йома көнөнә,
Зөһрә йондоҙ булып инер
Көн күрәсәк өйөңә (илеңә).
Науруз килһә, абайлап ҡуй
Йома көндө кисләтеп.
Бәлә бик йыш килер өйгә (илгә)
Һис тә тормай киҫәтеп.
Ҡаты һыуыҡтар йыш булыр
Ямғыр яумай йонсотор.
Ҡаза-зыян күп булыуҙан
Кеше ҡурҡыуҙа торор.
Батшаларға баш ҡатырыр
Сәбәп гел сығып торор.
Ризаһыҙлыҡ ныҡ һиҙҙерер
Эштә тотҡарлыҡ булыр.
Бындай йылдар һирәк килә,
Һый-ниғмәт мул өҫтәлдә,
Арзансылыҡ хөкөм һөрөр,
Тик...
Фәҡир-фоҡор өҫтәлер.
Яҙын сәсеү һуңға ҡалыр,
Йәйен еләк күп булыр.
Үлем-китем, ҡайғы-хәсрәт
Бер аҙға кәмеп торор.
Ярлы-ябаға интекмәҫ,
Аллаһҡа шөкөр ҡылыр.
Мин был һынамыштарҙы бик боронғо китаптан алып, хәтерҙә нығыраҡ ҡалһын өсөн шиғыр формаһында төҙөнөм.
Нәсимә ӘХМӘТОВА.