Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 75, хөрмәтле атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 80 йәшлек күркәм юбилейҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Улар Яңы Ҡалҡаш ауылында иңгә-иң терәп, гөрләтеп донъя көтөп йәшәйҙәр. Әсәйебеҙ колхозда һауынсы булып эшләне, сөгөлдөр үҫтерҙе. Атайыбыҙ 42 йыл колхозда водитель булды. Тырыш хеҙмәте өсөн «Коммунистик хеҙмәт ударнигы», «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәләре һәм «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән тырыш кеше ул. Республика, районда алған Маҡтау грамоталары ла бихисап. 1987 йылда ул тырыш хеҙмәте өсөн Куба Республикаһына туристик юллама менән бүләкләнә. Татыу ғаилә булараҡ улар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы менән бүләкләнделәр. Атайыбыҙ моңло кеше лә ул. Ауыл, район сәхнәләрендә ауылдың, милләтебеҙҙең данын күтәрҙе. Ауыл старостаһы булараҡ та ауылдаштар мәнфәғәтендә күп эштәр башҡарҙы. Атай-әсәйебеҙ биш балаға ғүмер бирҙе. Әммә бала ҡайғылары ла кисерергә тура килде. Улдарына юғары белем алырға ярҙам итеп, өйләндереп оло тормош юлына сығарҙылар. Өлкән улдары Илдус Стәрлетамаҡ ҡалаһында хөрмәтле табип- невропатолог, уртансы улдары Марсель инженер-механик, кесе улдары Филүс эске эштәр органдарында эшләй. Килендәренән дә уңды ҡәҙерлеләребеҙ. Яҡындарыбыҙҙы шатландырған дүрт ейән, өс ейәнсәре бар. Улар ата-әсәләре менән өләсәй-олатайҙарына һағынып ҡайтып торалар. Яҡындарыбыҙҙың бергә ғүмер итеүҙәренә лә 55 йыл булды. Улар ауылдаштары, тирә-яҡ, район халҡы өсөн хөрмәтле, кешелекле шәхестәр беҙ уларҙы ныҡ яратабыҙ, улар әле булһа беҙгә терәк, аҡыллы кәңәшсе. Ҡәҙерлеләребеҙгә оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, балалар изгелеге теләйбеҙ.
Һикһән, етмеш биш йыл, әйтеү еңел,
Күпме эш башҡарған беләктәр.
Ғәзиз баштар ниҙәр күрмәгән дә,
Ниҙәр кисермәгән йөрәктәр.
Ғүмер юлығыҙҙа йәмле йәйҙәр,
Булған һалҡын көҙҙәр, аҡ ҡыштар.
Шундай пар һеҙ, өлгө, тере көҙгө,
Ғүмергә айырылғыһыҙ аҡҡоштар.
Һеҙ ҡәҙерле беҙгә, хөрмәтле лә,
Һәр һүҙегеҙ сихри дауалай.
Парлы булып иҫән-һау йәшәгеҙ,
Һеҙ беҙгә бит һулар һауалай.
Изге теләктәр, хөрмәт, ихтирам менән һеҙҙе яратып улдарығыҙ Илдус, Марсель, Филүс, килендәрегеҙ Олеся, Светлана, Эльвира һәм балаларыбыҙ.