

Хөрмәтле стәрлебаштар! 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына "Стәрлебаш шишмәләре"район гәзитенә яҙылыу дауам итә. Рәсәй почтаһы 5 июндән 15-нә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөн иғлан итә. Ташламалы хаҡ менән баҫмаларға яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Әйткәндәй, беҙҙең гәзиткә яҙылыусылар, ғәҙәттәгесә, бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Төп приз – бер машина ("Газель" йөк машинаһы) утын! Шулай уҡ хужалыкта кәрәкле башҡа төрлө бик күп бүләктәр уйнатыла.