

Әммә уҡыған намаҙҙарыбыҙ Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул булһын өсөн, уны ваҡытында уҡыу мөһим. Асылында намаҙ ҡалдырыуға сәбәп юҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙенең бер хәҙисендә әйтте: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң беренсе эш итеп намаҙ тураһында һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул еренә еткереп уҡылған булһа, уның бөтөн ғәмәле лә дөрөҫ үтәлгән һанала”, – ти. Ҡалған намаҙҙарға килгәндә, уны ҡайтарып булмай, бер көнлөк биш намаҙ ҡалды икән, быны уҡырға мөмкин. Иң хәйерлеһе – ҡалдырырға түгел, ваҡытында уҡыу фарыз. Аллаһы тәғәләнән ялбарып-ялбарып ғәфү итеүен һорау ғына ҡала.