

Ҡабыҡҡыуыш ауылында уңған, тырыш, әүҙем, ихлас халыҡ йәшәй. Ауылда "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитен яратып уҡыйҙар, күп ғаиләләрҙә алдыралар. Бөгөн редакция хеҙмәткәрҙәре Ҡабыҡҡыуыш ауылына барып, тоғро гәзит уҡыусылары менән осрашты, аралашты. Улар 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенә яҙылды, изге теләктәрен еткерҙе.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яратҡан баҫмаларға яҙылырға һанаулы ғына көндәр ҡалды, район гәзитенә яҙылығыҙ һәм Стәрлебаш районындағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп барығыҙ! Әйткәндәй, беҙҙең гәзиткә яҙылыусылар, ғәҙәттәгесә, бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Төп приз – бер машина ("Газель" йөк машинаһы) утын! Шулай уҡ хужалыҡта кәрәкле башҡа төрлө бик күп бүләктәр уйнатыла.