+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
21 Июля 2023, 03:00

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Иҫке Ҡалҡаш ауылы ҠОТЛОШИНА Гөлфинә Хәлләф ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы бит һин, әсәй! Аллаһ Тәғәлә үҙеңде сәләмәтлек, бәхет, күңел тыныслығынан айырмаһын! Ҡәҙерлебеҙ, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, уйҙарыбыҙ яҡты. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, атайыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ йылдар матур пар булып, яҡындарыңдың, туғандарыңдың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерергә яҙһын.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә бәхет һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

Ҡотлау менән тормош иптәшең Замир, балаларың Урал-Фирүзә, Гөлнара-Илфат, ейәнсәрҙәрең Камила, Дилә, Самира, ейәнең Булат.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас