+21 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
8 Августа 2023, 03:05

"Балаларым - терәгем һәм ғорурлығым!"

Халҡыбыҙҙа шундай аҡыллы фекер йәшәй:  “Эш менән үткән ғүмер – алтын ғүмер”. Йәйҙең  матур көндәрендә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе районыбыҙҙың  Аллағыуат ауылында йәшәүсе Зифа  Хөсәйен ҡыҙы Ҡолһаринаның тормош  юлы иҫтәлекле ваҡиғаларға һәм һөҙөмтәле эштәргә бик бай. Тыуған еренән көс алып, уға ҡот өҫтәп, ауылына тоғро ҡалып һәм донъянан йәм-тәм табып йәшәй ул.  Ғүмеренең һәр миҙгеле  –  дәртле  йәшлек йылдары, яуаплы вазифалар менән уҙған эш дәүере,  яратҡан дүрт балаһы – барыһы ла алтындай ҡәҙерле һәм ҡабатланмаҫ.

"Балаларым - терәгем һәм ғорурлығым!""Балаларым - терәгем һәм ғорурлығым!"
"Балаларым - терәгем һәм ғорурлығым!"

Зифа Хөсәйен ҡыҙының хеҙмәт юлын  барлағанда, шул күҙгә ташлана: барлыҡ вазифалары ла иң яуаплыларҙан һәм  халыҡ мәнфәғәте  өсөн башҡарылған.

Бала саҡтан кешеләрҙе дауалау серҙәре менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ 1969 йылда Салауат ҡалаһында урынлашҡан медицина училищеһына уҡырға инә. 1973 йылдан алып 1990 йылға тиклем ул Аллағыуат ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында мөдир булып эшләй. Мостафа, Түбәнге һәм Юғары Аллағыуат ауылы халҡының сәләмәтлек һағында уҙған ике тиҫтәгә яҡын йылдары –  тормошоноң тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта иң дәртле осоро. Ауыл ерендә фельдшер халыҡҡа көнөн дә, төнөн дә иң кәрәкле белгес. Ауырыуҙарға үҙ ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыу, 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәге дауаханаһына уларҙы оҙата  барыу,  тоҡлап ауылға дарыу ташыу  –  барыһы ла бөгөнгөләй уның хәтерендә.

Зифа Хөсәйен ҡыҙының тормош сәхифәһенең иң сағыу биттәренең береһе – Түбәнге Аллағыуат ауылының “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһына мөдирлек итеү осоро. Коллективтың төп маҡсаты – балаларҙы халыҡ йолалары нигеҙендә тәрбиәләү, уларға милли рух һеңдереү, мәктәпкә яҡшы әҙерлек  менән оҙатыу – барыһы ла тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Балалар баҡсаһында кескәй “йондоҙсоҡтарҙы” ижади һәм физик яҡтан үҫтереп, киләсәктә илебеҙ күгендә балҡыр йондоҙҙар итеп тәрбиәләү – иң мөһим бурыстарҙың  береһе булды, ти Зифа Хөсәйен ҡыҙы. 48 йәшендә ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм мәктәпкәсә йәштәрҙәге балаларҙы тәрбиәләү буйынса махсус белем ала. Ошо йүнәлештәге төрлө курстарҙы тамамлай.

Ә алда Ҡолһаринаны тағы ла яуаплыраҡ вазифа көтә. Ул Аллағыуат ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлана. Уның иңенә йөкмәткеле саралар ойоштороу, ауыл халҡының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү кеүек бурыстар йөкмәтелә.

Зифа Хөсәйен ҡыҙы йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән шәхес. Республика ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә, партия ойошмаһында, районда һәм ауылда уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Фельдшер булып эшләгән осоронда районда донорҙар һәм сандружиналар әҙерләү буйынса беренселекте бирмәй. Районыбыҙҙың газетаһына йөкмәткеле мәҡәләләр яҙған  автор булараҡ  та билдәле. Ул Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса Почетлы хеҙмәткәре исемен йөрөтә.

“Был донъяла иң ҙур бүләгем – балаларым. Улар минең дүрт таяуым һәм ғорурлығым”, – ти Зифа Хөсәйен ҡыҙы. Өлкән ҡыҙы Ирена республикабыҙҙың иң ҙур юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында студенттарға белем бирә.  Филология фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн уҡыу әсбаптары, монографиялар авторы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Икенсе ҡыҙын – Гөлнурҙы республикала белмәгән кешеләр һирәктер. Ул филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса етәксеһе. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы  Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Республика конкурсы авторы һәм етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы һәм башҡа бик күп наградаларға лайыҡ булған шәхес. Зифа Хөсәйен ҡыҙының өлкән улы Илнур Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Әлеге көндә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Ноябрьск ҡалаһында эшләй. Кесе улы Нур – филология фәндәре кандидаты, фольклор буйынса хеҙмәттәр авторы. Ул да башҡалала  йәшәй һәм эшләй. Зифа Хөсәйен ҡыҙының иң ҙур шатлығы –  5 ейән-ейәнсәре: Алина, Ирхан, Алтынай, Батырйән һәм Ирсай.

Зифа Хөсәйен ҡыҙы ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Йортонда ул бәйләгән сағыу япмаларҙан, сиккән таҫтамалдарҙан нур бөркөп тора.

Күркәм юбилейығыҙ ҡотло булһын, Зифа Хөсәйен ҡыҙы! Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, бәрәкәтле һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Изге уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Раушания РЫСАЕВА, район мәғариф бүлегенең профсоюздар ойошмаһы рәйесе.

 

 

 

 

"Балаларым - терәгем һәм ғорурлығым!"
"Балаларым - терәгем һәм ғорурлығым!"
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас