

БАҺАУЕТДИНОВА Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына
Ошо көндәрҙә ҡәҙерле еңгәбеҙ, әбейебеҙҙең күркәм ғүмер байрамы - уға 70 йәш тула.Ошо юбилейы менән ҡотлап, уға йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Әлбиттә, иң беренсе теләгебеҙ - ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел бөтөнлөгө; балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына ҡыуанып, уларҙың хәстәрен тойоп, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын; фәнни эшендә ижади уңыштар юлдаш булһын.
Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы районыбыҙҙа берҙән бер халыҡ уҡытыусыһы, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,"РФ почетлы мәғариф хеҙмәткәре" билдәһе кавалеры, фән кандидаты, әллә күпме премиялар лауреаты - бөтә был исемдәр тырыш хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр,ентекләп өйрәнелгән том- том китаптар нигеҙендә яуланған.
Ул бөгөнгө көндә лә яратҡан эшенән айырылмай, фәнни хеҙмәттәр өҫтөндә эшләй,һүҙлектәр, методик ҡулланмалар, китаптар баҫтырып сығара. Уның китаптары уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнде тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
Еңгәбеҙ бар яҡтан дә килгән,уңған һәм бик егәрле. Абзыйыбыҙ менән ҡорған ҡотло донъяның йәмен ебәрмәй, гөлдәй итеп тота, баҡса үҫтерә; балаларына терәк, ярҙамсы, дуҫтарына кәңәшсе, серҙәш. Шундай булғаны өсөн беҙ уны хөрмәтләйбеҙ һәм бары тик иҫәнлек кенә теләйбеҙ.
Кем икән ул, еңел атлап,
Урамдарҙан килеүсе?
Олоһона, кесеһенә
Башлап сәләм биреүсе?
Был - беҙҙең еңгәбеҙ булыр,
"Ағинәй"ҙәр хужаһы,
Барлыҡ конкурс- ярыштарҙа
Ғәҙел жюри ағзаһы.
Ҡайҙа ҡушһалар, ул шунда,
Һис тә инәлтеп тормай,
Райондағы бар эштәрҙең
Иң уртаһында ҡайнай.
Еңгә, һиңә тик уңыштар,
Шатлыҡтар юлдаш булһын,
Күңелең йәш булһын гелән,
Юбилейың ҡотло булһын!
Ҡотлау менән Баһауетдиновтар, Хөбөтдиновтар, Хоҙайбирҙиндар, Мөхәмәтйәновтар һәм барлыҡ балаларыбыҙ.