

Ҡабыҡҡыуыш ауылы
(674) СОБХАНҒОЛОВ Вәрис Хайбрахман улына
Беҙҙең хөрмәтләп яратҡан ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Бәләкәйҙән ул изге йөрәкле, тырыш, эшсән бала була. Үҫә килә ҡул оҫтаһына әүерелә. Ауылыбыҙҙа уның ҡулы теймәгән йорттар бик аҙҙыр. Ошо йәшендә ете мәсет төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙып, үҙ проекты менән манаралар эшләне. Тормош иптәше Белорет һылыуы Кифая Зинур ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биреп, 45 йыл бергә татыу йәшәйҙәр. Һин беҙҙең өсөн хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, тәүәккәл һәм дөрөҫлөктө яратыусы кеше. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙгә тормош һуҡмаҡтарында ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Һин беҙгә кәрәк тә, терәк тә, ғорурлыҡ та, үрнәк тә! Барлыҡ эшләгән изгелек һәм яҡшылыҡтарың һауап булып, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен. Ауырымай - һыҙланмай, һәр атҡан таңға шатланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар ҡәҙер-хөрмәттә, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Беҙ һинең булғанға бәхетлебеҙ һәм рәхмәтлебеҙ!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға,
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар,
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.