+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
14 Сентября 2023, 09:39

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Первомайский ауылы ХАРИСОВА Мөнирә Ғилметдин ҡыҙына Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙҙе күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Донъяла иң матур, иң аҡыллы, иң түҙемле, саф күңелле, бала сағынан үҙ аллы, тырыш, уңған булды, тиҙәр әсәйем хаҡында. Яҙмыш уны артыҡ иркәләмәй, бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡала. Әммә, тормошта ул бирешмәй. Мин ғорурланам әсәйем менән! ... Әсәй! Ҡояшым, күҙ нурым, йәшәү көсөм, осор ҡанатым, ғүмер байрамың менән һине! Киләсәктә лә беҙгә терәк булып, атайым менән бергә тигеҙлектә, бәхетле йәшәргә яҙһын. Ергә ҡояш нисек кәрәк, Һеҙ ҙә беҙгә шулай кәрәк! Әсәкәйемдең йомшаҡ, йылы ҡулдарына, кәңәштәренә, ярҙамына беҙ әле лә мохтаж. Әсәйебеҙҙең тәмле ҡамыр аштары, ҡайнар сәйе һәр ваҡыт әҙер, йөҙөнән йылмайыу китмәй, кешегә ярҙамсыл. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең өсөн яратабыҙ һәм сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, Әсәй! Киләсәктә лә ғаиләң, яҡындарың менән бергә именлектә, балаларыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, мул тормошта, бәхетле ғүмер кисереүеңде, һүнмәҫ тормош дәрте, бәрәкәтле ғүмер, күңелең менән мәңге йәш ҡалыуыңды теләйбеҙ! Йәй ҡояшы нурын һипкән кеүек Ташып, тулып килһен бәхетең. Сәләмәтлек, уңыш юлдаш булһын, Ҡыуаныста үтһен һәр көнөң. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әҡсән, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Вилдан, улың Айҙар, киленең Гөлназ, ейәнсәрең Рената, ейәндәрең Асҡар, Әмир.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Первомайский ауылы

 ХАРИСОВА Мөнирә Ғилметдин ҡыҙына

Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙҙе күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Донъяла иң матур, иң аҡыллы, иң түҙемле, саф күңелле, бала сағынан үҙ аллы, тырыш, уңған булды, тиҙәр әсәйем хаҡында. Яҙмыш уны артыҡ иркәләмәй, бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡала. Әммә, тормошта ул бирешмәй. Мин ғорурланам әсәйем менән!

... Әсәй! Ҡояшым, күҙ нурым, йәшәү көсөм, осор ҡанатым, ғүмер байрамың менән һине! Киләсәктә лә беҙгә терәк булып, атайым менән бергә тигеҙлектә, бәхетле йәшәргә яҙһын. Ергә ҡояш нисек кәрәк, Һеҙ ҙә беҙгә шулай кәрәк! Әсәкәйемдең йомшаҡ, йылы ҡулдарына, кәңәштәренә, ярҙамына беҙ әле лә мохтаж. Әсәйебеҙҙең тәмле ҡамыр аштары, ҡайнар сәйе һәр ваҡыт әҙер, йөҙөнән йылмайыу китмәй, кешегә ярҙамсыл. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең өсөн яратабыҙ һәм сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, Әсәй! Киләсәктә лә ғаиләң, яҡындарың менән бергә именлектә, балаларыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, мул тормошта, бәхетле ғүмер кисереүеңде, һүнмәҫ тормош дәрте, бәрәкәтле ғүмер, күңелең менән мәңге йәш ҡалыуыңды теләйбеҙ!

Йәй ҡояшы нурын һипкән кеүек

Ташып, тулып килһен бәхетең.

Сәләмәтлек, уңыш юлдаш булһын,

Ҡыуаныста үтһен һәр көнөң.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әҡсән, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Вилдан, улың Айҙар, киленең Гөлназ, ейәнсәрең Рената, ейәндәрең Асҡар, Әмир.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас