+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
4 Октября 2023, 06:30

Данлыҡлы көрәшсе ине

Яҙғы баҫыу, сәсеү эштәре тамамланғас, бөтә райондарҙа гөрләп һабантуйҙар үтә. Элегерәк ауылдарҙа ла була торғайны. Бөтә халыҡ һабантуйҙарҙы һағынып көтөп ала торғайны. Колхоз, совхоздар булған саҡта ауыл халҡының эше булды. Һәр кем хужалыҡ эштәрендә ҡатнашты.

Данлыҡлы көрәшсе инеДанлыҡлы көрәшсе ине
Данлыҡлы көрәшсе ине

Һабантуйҙар, ысынлап та, халыҡ өсөн оло байрам ине. Унда төрлө спорт ярыштары үткәрелә торғайны, Шулай ҙа халыҡтың иң яратҡаны – ат сабышы һәм көрәш. Байрамда иң күп халыҡ йыйылған майҙан нәҡ шулар була торғайны.

Беҙҙең Ҡабыҡҡыуыш һәм Бала-Сытырман ауылдары элек–электән бер-береһе менән ҡатнашып, дуҫ йәшәгән. Беҙҙең ауыл егеттәре Сытырман ауылы ҡыҙҙарына өйләнгән, Сытырман егеттәре – беҙҙең ауыл ҡыҙҙарын алған. Шунлыҡтан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар күп булған, ҡунаҡҡа саҡырышып йәшәгәндәр. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә, эш бөткәс, 4-5 көн ятып ҡунаҡ була торғайнылар.

Сытырманда үткән һабантуйҙарҙа көрәш бәйгеһендә беҙҙең ауыл егеттәре лә ҡатнаша торғайны. Шуларҙың береһе - Ғәбделхәй бабайыбыҙҙың улы Һөйәрембәтов Ғәбделбарый ағайыбыҙ. Уға ул ваҡытта 18 йәш ине. Йәштән үк физик яҡтан көслө һәм камил булды. Уның кәүҙә төҙөлөшө хас та грек көрәшселәренеке кеүек ине.

Сытырман ауылы көрәшселәре лә данлыҡлы булды. Һәр ауылдың үҙенең көслө көрәшселәре бар ине һәм һәр ауыл улар менән ғорурлана торғайны. Бер мәл Барый ағайыбыҙ көрәшеп, финалға етте. Ул ваҡытта ауырлыҡ категориялары юҡ ине. Ошо һабантуйҙа 18 йәшлек кенә Ғәбделбарый ағайыбыҙ еңеүсе булды. Уның еңеүе хәҙерге Рәсәй чемпионыныҡына тиң.

 Бала-Сытырманда Орҡоя инәйебеҙ тормошта булды. Халыҡ һәр ваҡыт ғәҙел бит инде ул. Үҙҙәренең көрәшсеһе еңеүсе булмаһа ла, һәр ваҡыт тамаша ҡылдылар. Сытырман батыры ни хәлдә, иҫәнлеге нисек тип гел белешеп торҙолар. Барый ағайыбыҙ хәҙер мәрхүм инде. 81 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Урыны йәннәттә булһын. Был фани донъяла ғүмерен бик матур итеп йәшәп китте.

Ул ялан батыры ла булды. 12 йәшендә генә колхозда эшләй башлай. 14 йәшендә генә “Жнейка” агрегаты менән иген саба. Ағайыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән юғары баһаланды. Ул  “Почет билдәһе”, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, В.И. Лениндың 100 йыллығына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн, Бөтә Союз халыҡ күргәҙмәһенең бронза, Хеҙмәт ветераны миҙалдары менән бүләкләнде. Ул шулай уҡ бер нисә йылсоциалистик ярыштар еңеүсеһе, Коммунистик хеҙмәт ударнигы исемдәренә лайыҡ булды.

Ғәбделбарый ағайыбыҙ Фәйрүзә Әхмәтғәли ҡыҙы менән ете балаға ғүмер биреп, өлгөлө итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙерге көндә балалары төрлө тарафтарҙа йәшәй. Оло  улдары Флүр Барнаулда торҙо, әлеге ваҡытта тормош иптәше Гөлназ менән ауылда йәшәй. Венер 1983 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлап, урындағы хужалыҡта МТМ мөдире, инженер булып эшләне. Иптәше Надежда ауылда фельдшер булыпэшләй. Ике ул үҫтерҙеләр. Вәсил Салауатта, Вәкил Северокурилскийҙа йәшәй. Тағы бер улдары Айбулат һәм ҡыҙҙары Фәриҙә Салауатта донъя көтә. Гөлфиә Табылды ауылында иптәше Дамир менән тормош көтәләр, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Илфат иптәше Гөлнара менән Салауатта йәшәйҙәр, улдары Айнур бар. Фирүзә иптәше Ғәзиз менән Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Уҡытыусы булып эшләй. Бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ғәбделбарый ағайыбыҙ менән Фәйрүзә апайыбыҙҙы әхирәт тормошонда Аллаһы Хаҡ Сөбхәнә Тәғәлә ҡәбер ғазаптарынан ҡурсалаһын, урындарын йәннәттән ҡылһын. Балаларының барыһына ла хәйерле тормош, иҫәнлек насип булһын.

Ғәбделәхәт хажи СӨЙӘРҒОЛОВ. Мораҡ ауылы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас