

Ибраҡай ауылы
(809) ЯҠУПОВА Фирҙәүсиә Рәшит ҡыҙына
Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ - һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙҙе күркәм 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген, ҡәҙер - хөрмәтен күреп, ихтирамын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә — көс, йәшәү дәрте бирһен.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат - терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Эльза, Роза, Рита, кейәүең Фәнүр, ейән - ейәнсәрҙәрең.