+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
17 Ноября 2023, 11:30

Яугир әсәһенә бүләк

“Стәрлебаш шишмәләре” район гәзите редакцияһы коллективы башлап ебәргән "Яугир ғаиләһен район гәзитенә яҙҙырт!" акцияһына Себер тарафтарында йәшәүсе яҡташыбыҙ, даими гәзит уҡыусыбыҙ Роза Лоҡманова ихлас ҡушылды.

Яугир әсәһенә бүләкЯугир әсәһенә бүләк
Яугир әсәһенә бүләк

Ул ошо көндәрҙә Үрге Шәкәр ауылында йәшәүсе Зөлфирә Иҫәнғужинаға 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына район гәзитенә яҙҙыртылған квитанция бүләк итте. Зөлфирә Йомагилде ҡыҙының улы Хәмзә әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Хаҡлы ялдағы уҡытыусы, үҙенең уҡыусыһы Зөлфирә Йомагилде ҡыҙына шундай ҡыйыу ул үҫтергән өсөн рәхмәт йөҙөнән уға шундай бүләк яһарға ҡарар иткән.

Шундай изге күңелле кешеләр булыуы һөйөндөрә, әлбиттә. Ә беҙ Хәмзәгә яу яландарынан иҫән-имен ҡайтыуын теләйбеҙ!

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас