+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
23 Ноября 2023, 04:50

Һәйкәл ҡуйырлыҡ шәхес

Һеҙҙең тау йәшеллеге, ә көҙ - алтын һары төҫтәге ағастары менән бигерәк матур, тип һоҡланалар күрше ауылдары халҡы Табылды ауылы эргәһенән үткәндә. Ауылға йәм биреп торған ағастарҙы ултыртыу эшен ҡасандыр урындағы хужалыҡ етәксеһе Вәғиз Мәжит улы Мөхәмәтшин ойошторғайны. Һүҙем дә ошо билдәле шәхес тураһында.

Һәйкәл ҡуйырлыҡ шәхесҺәйкәл ҡуйырлыҡ шәхес
Һәйкәл ҡуйырлыҡ шәхес

Урман һыҙаттарына, тау битләүҙәренә ағас ултыртыуҙа Сабирйән Макашев менән Вәғиз ағай күп тырышлыҡ күрһәтте. Ваҡытында кәртәләп ҡуйып, малдан һаҡлап үҫтерелде улар. Тау, ысынлап та, ауылға матурлыҡ бирә. 1985 йылда Еңеү байрамына Вәғиз ағай аҡ кирбес килтертеп тау башына комсомолдарҙан «Бөйөк Еңеүгә 40 йыл» тигән яҙыу яҙҙыртты. Әлбиттә, яҙыу йыл һайын яңыртылды.
Вәғиз Мәжит улы, фронтовик булараҡ, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар тураһында хәстәрлек күрҙе. Табылды ауылында обелиск асылды, тимер рәшәткә менән уратылды, ағастар ултыртылды. Йыл һайын парктың тирә-яғына сәскәләр ултыртып, һуғыш яугирҙәрен иҫкә алыу ойошторолдо. Хәҙер уға Вәғиз Мөхәмәтшин паркы исеме бирелде.
Вәғиз ағай тыумышы менән Ҡабыҡҡыуыш ауылынан. Бәләкәйҙән ауыл тормошон, хеҙмәтте татып үҫкән ул. Тырышып уҡый, юғары белем алырға ынтыла. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы киләсәккә ҡуйылған маҡсаттарҙы юҡҡа сығара. 17 йәшендә ул фронтҡа алына. Тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына ҡайтырға насип була. Белем ала. Артабан «Колхоз рәйестәрен әҙерләү» курстарын тамамлай, юғары вазифалар биләй. Ойоштороу һәләттәрен күреп, уны 1978 йылда Табылды хужалыҡ-ара предприятиеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан ул «Стәрлебаш» совхозына үҙгәртелә. Был хужалыҡты күбеһенсә мал һимертеү комплексы тип тә атайҙар. Вәғиз Мәжит улы эште яҡшы кимәлдә ойоштора. Унда мал һаны 7,5 мең башҡа тиклем етә. Әлбиттә, эшсе ҡулдар кәрәк була. Шуны иҫәпкә алып, етәксе булараҡ, йәштәр өсөн йорттар һалдыра. Тап шул ваҡытта механизатор, һауынсы булып эшләргә тип йәштәр күпләп ауылда ҡала. Ғаиләләр ҡороп, бер урам булып төпләнделәр. Әле лә йорттарын гөл-сәскәгә күмеп йәшәйҙәр улар. «Әлдә шул ваҡытта Вәғиз ағай беҙҙе ауылда алып ҡалды, хәҙер беҙ ауылдың терәге» тиҙәр улар.
Үҙе эшләгән ваҡытта хеҙмәтсәндәр, халыҡ тураһында хәстәрлек күреү алтын ҡағиҙә булырға тейеш тип, Вәғиз Мәжит улы механизаторҙар өсөн «Алтын башаҡ» тигән кафе төҙөттө. Ҙур, яҡты бинала әле баҫыу эшсәндәренә аш-һыу әҙерләнә, хатта икмәк тә бешерәләр.
Ауыл халҡы яфаланмаһын, теләп йөрөһөндәр тип, иң тәүҙә Табылдыла фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөттө. 35 йылдан ашыу фельдшер Зөлфирә Вахитова бик матурлап ҡарап тора уны. Йәйге мәлдәрҙә уның тирә-яғы сәскәләргә күмелә. Тик Вәғиз ағай алып биргән мебель генә туҙҙы, тип уфтанып ҡуя Зөлфирә Ваһап ҡыҙы.
Агроном Минетдин Шафиҡов эшләгәндә хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрөн звенолап эшләнеләр. Звенолар бер-береһе менән ярышып, гектарынан 300 центнерҙан ашыу татлы тамыр алыуға ирештеләр. Заманына күрә, был юғары күрһәткес ине. Малсылыҡ тармағына ла иғтибар ҙур булды. Һауынсылар һәр һыйырҙан йылына 3000 кг һөт һауып алды.
Һәр дәүерҙең үҙ уҙамандары була тигән кеүек, хәҙер Нур ағай Фәтҡиевтың юлдары ялт итеп ята, ҡайҙан үтһәң дә Сабирйән ағай Макашевтың ағастары йәмләп ултыра, Сөләймән ағай Фәйзуллин менән Вәғиз ағайҙың суйындан эшләткән күперҙәре күпме халыҡты һөйөндөрә. Күндерәк йылғаһы аша Тау урамы менән Салауат Юлаев урамын тоташтырған күперҙән хәҙер кешеләр генә түгел, тракторҙар, машиналар үтә. Мәсеткә лә ошо юлдан баралар. Хеҙмәттәре өсөн ваҡытында рәхмәт әйттек микән? Ә хәҙер улар беҙгә бик ҡәҙерле.
Ул етәкселек иткән йылдарҙа миңә клуб мөдире булып эшләү бәхете тейҙе. Ауыл эшсәндәрен хөрмәт итеүе, улар тураһында ҙур хәстәрлек күреүе Вәғиз ағайҙың аралышыуынан күренеп тора ине. Шуға ла халыҡ уны яратты. Ул үҙе лә: «Мин Табылдыға ял итергә киләм, халҡы йөрәгемә ял бирә» тип әйтер ине йыш ҡына.
Шулай янып-көйөп эшләгән мәлендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 61 йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китеп барҙы ул. Хаҡлы ялға сығып, ял итә лә алманы.
Кеше ғүмере Аллаһ тарафынан бирелгән бер мәл генә. Һәр кем дә матур, яҡты донъяларҙа, Вәғиз ағай кеүек, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәһә ине. Илдәр генә тыныс булһын!

Фроза ИШЕМБӘТОВА, Табылды ауылы. Фото ғаилә альбомынан.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас