

Мортаҙа ауылы
(881) АТАНҒОЛОВА Рәлиә Тимерхан ҡыҙына
Һөйөклө ҡыҙыбыҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ, хөрмәтле апайыбыҙҙы ихлас күңелдән 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, именлек, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай көләс, яғымлы булып беҙҙе һөйөндөрөп, һөйөүебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы тойоп, бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип булһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Юбилейың – оло байрамың.
Ҡабул итһен беҙҙән ҙур бүләкте,
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Ғүмерҙәрең булһын бәхетле,
Бәхеттәрең булһын ғүмерле.
Ерҙә булған бөтә яҡшылыҡты,
Бирһен Хоҙай һиңә был көндө.
Иң изге теләктәр менән атайың - инәйең Тимерхан - Венера, еңгәң Лилиә, Рәсимә - Марс, Айнур - Эмма, Әлфиә - Урал, Инвир - Эльвира, Сөмбөл, Ильнара, Гөлдәр, Гүзәл, Миләүшә, Азамат, Тимур, Таһир, Дамир, Шамил, Мурат, Эллари.