

(893) АТАНҒОЛОВА Рәлиә Тимерхан ҡыҙына
Ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙҙы ихлас күңелдән 55 йәшлек күркәм юбилейы һәм хөрмәтле ҡоҙабыҙ Миңлевәли Миңлеғәлим улын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай имен тормош, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен, балаларығыҙҙың йөрәк йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Артабан да шулай шат, алсаҡ, изге күңелле һәм пар ҡанатлы булып, игелек-изгелектәр күреп, оҙон-оҙаҡ, тигеҙ ғүмер итергә насип итһен Хоҙай.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Тормошоғоҙ һәр саҡ балҡып торһон,
Шат, яғымлы булһын күңелегеҙ!
Оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерегеҙ!
Ҡотлау менән ҡоҙағыйығыҙ Зимфира, ҡоҙағыҙ Марат Абдуллиндар.