

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ваҡытында район гәзите редакцияһы уҙғарған акцияларҙа ҡатнашыусыларҙың күп булыуы һөйөндөрә. Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин район гәзите ойошторған акцияларҙа йыл һайын ҡатнаша. Әлеге матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ул 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына ауылдаштарын район гәзитенә яҙҙыртып, көтөлмәгән шатлыҡ бүләк итте, хәҙер улар урындағы яңылыҡтар менән таныша ала. Редакция коллективы һәм гәзит уҡыусылар исеменән Данир Әхмәҙи улына рәхмәт белдерәбеҙ һәм эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!