

Үҙ телемдә мин - аҫаба
Үҙ телемдең татын тоямын мин,
Телем моңло, телем таҫыллы.
Ер йөҙөндә башҡа ишетмәнем
Һинән бөйөк, һинән аҫылды.
Атлап киләм ғүмер юлдарымдан,
Рухыма көс табып телемдән.
Йәнем менән бергә туған телем,
Яралған ул бер үк түлемдән.
Телем барҙа, бөйөк халҡым да бар,
Мин матурмын, мин бит батыр ҙа.
Йөрәгемдең ҡайнар ялҡыны ла
Халҡым менән бергә балҡыр ҙа.
Үҙ телемдә мине ишетәләр.
Эйәмен мин тейеш баһаға.
Туған телдә һайрай һандуғасым.
Шуға ла мин - ерле аҫаба.
Фәрит ӘХМӘТОВ.