Уҡытыусылар ҙа, тәжрибәләренән сығып, башҡаларға ярҙам итерлек методик ҡулланмалар әҙерләп нәшер итһәләр, хеҙмәттәштәре һөйөнә, сөнки уҡытыу, тәрбиә эшендә улар ҙур ярҙам итә. Билдәле булыуынса, үҙ эшенә мөкиббән бирелеп эшләгән оҫта һөнәр эйәләре хаҡында һүҙ барғанда, ғәҙәттә: “Ул тыумыштан шулай булған”– тиҙәр. Белгес өсөн, ул кем генә булып эшләмәһен, иң юғары халыҡ баһаһы был. Шундай белгестәр тураһында яҙмабыҙ.
Бер- береһен тулыландырып, алға әйҙәп, ҡулға –ҡул тотоношоп, бер һулыш менән йәшәгән һәм эшләгән фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө булған шәхестәр– Баһауетдиновтар: РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт советнигы, күренекле йәмәғәтсе, педагогия фәндәре кандидаты. Стәрлебаш районы һәм республикаһы йылъяҙмаһында яҡты эҙ ҡалдырған Нурфәйез Муса улы, шулай уҡ филология фәндәре докторы, профессор Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы хаҡында бәйән итергә уйыбыҙ. Бер ғаиләлә өс фән кандидаты, бер фән докторы булған Баһауетдиновтарҙың ижади ғаиләһе хаҡында районда белмәгән кеше юҡтыр. Дүртәүләп ижад иткән әҫәрҙәре бихисап, дөрөҫөрәге, 36 методик ҡулланма, 6 монография, фәнни мәҡәләләре 400-ҙән артыҡ. Һәр береһенең эшмәкәрлегенә ентекләп туҡталмайса, шуны әйтергә була: улар 1994 йылдан башлап бөгөнгә тиклем ижад итеп кәрәкле генә методик ҡулланмалар баҫтырып сығаралар, ул китаптар уҡытыусыларҙың. тәрбиәселәрҙең өҫтәл китабына әйләнә бара. Күп китаптары башҡорт һәм рус телдәрендә. Мәҫәлән: “Күңелле минуттар”, “Веселые минутки”, “Инша яҙыу серҙәре”, “Школьное экзаменационное сочинение”. ”Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороу”, “Организация научно- исследовательской работы учащихся”. Әллә күпме һүҙлектәр сығарғандар: “Башҡортса-русса этнографик терминдар һүҙлеге”. “Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге”, “Башкирско-русский словарь этнокультуроведческой лексики”, “Современный образовательный менеджмент”, “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (10 томда). Заман менән бергә атлау өсөн кәрәкле әсбаптар: ”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу”, ”Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу”, ”Интеллектуаль уйындар” һәм башҡалар. Күренеүенсә, һәр китап заман талабына ярашлы сығарылған.
Ошо көндәрҙә Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы менән Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы ижад иткән “Рухи байрамдар” исемле китап донъя күрҙе тип һөйөнсөләйбеҙ.
Тәҡдим ителгән методик ҡулланма бик кәрәкле һәм ваҡытлы әҙерләнгән. Был – автор-төҙөүселәрҙең күп йылдар буйы туплаған хеҙмәте. Күпме көс һалынғаны күренеп тора. 20 сценарийҙан торған йыйынтыҡҡа рух асылын асыҡларлыҡ итеп төҙөлгән иҫ киткес бай мәғлүмәт тупланған: туған тел, әҙәбиәт, фән, шәфҡәтлелек, йәшлек, дуҫлыҡ тураһында әҙәби-музыкаль кисәләр, яҙыусылар,шағирҙар менән осрашыуҙар, хәтер кисәләре, йола байрамдары, фәнни-ғәмәли конференциялар, семинар-практикумдар, әңгәмә-бәхәстәр, түңәрәк өҫтәлдәр, рухи байрамдар үткәреү өсөн бик ентекле, тәфсилләп яҙылған сценарийҙар, йүнәлеш биреүсе программалар тәҡдим ителә.
Уларҙың һәр береһе иғтибарға лайыҡлы. Һәр береһе уҡытыусы-ғалимдар күҙлегенән сығып, үҙ тәжрибәләре нигеҙендә, тәрән уйланып яҙылған. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡулъяҙмала туған тел, ил яҙмышы, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылғандар тураһында бер генә түгел, һайлап алып үткәрерлек бер нисә вариантта сценарийҙар бирелә.
Тематиканың актуаллеге лә үҙенә тартып тора. “Рух байрамы”, “Күңел һандығындағы рухи хазиналарыбыҙ”, “Туған телем- наҙлы гөлөм”, “Телде үҫтергән – илде үҫтерер”, ”Башҡортостан – дуҫлыҡ иле, һәр милләт уның гөлө”, “Ғаилә усағының йылыһы”, ”Шәжәрә ул – рухиәт сығанағы”, ”Ҡот китмәһен ауылдан”, ”Йәшлек һәм заман”, ”Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөн хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта”, ”Бөйөк Еңеү көнө”, ”Аҡмулланың аҡ нуры”, ”Йондоҙ булып атылдың һин, Шәйехзада!”, ”Ҡурайына һәйкәл ҡуйған саҡта, моңо бөтмәҫ ғорур башҡорттоң!”, ”Тел һәм рух һаҡсыһы”, ”Дәүер рухын тойоусы әҙәбиәтебеҙ биҙәге”, ”Рухы – булмышынан, асылы – моңдан”, ”Шәфҡәтле булайыҡ!”, ”Китап – рухи хазинабыҙ, иң яҡшы дуҫ һәм тоғро юлдаш”, ”Рухи йәншишмә”, ”Йәншишмәнән бер уртлам һыу” тип аталып, бөгөнгө көн проблемаларын яҡтырта улар.
Әйтергә кәрәк, телем, илем, халҡым тип йәшәгән кешеләр генә яҙа ала бындай тәрән йөкмәткеле хеҙмәтте. Ҡулъяҙмала сценарий буйынса сара үткәреү тәртибе генә түгел, маҡсаты, йыһаздандырыу ҙа күрһәтелә.
Тағы бер мөһим үҙенсәлеккә туҡталмай булмай. Бөтә йәштәге кешеләрҙең дә ихтыяжы иҫәпкә алынған: мәктәп уҡыусылары, үҫмерҙәр, йәштәр, урта быуын, оло йәштәгеләр өсөн дә уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ тәрән йөкмәткеле был методик ҡулланма. Китап илһөйәрҙәргә, телһөйәрҙәргә, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, йәмәғәт ойошмаларына тәғәйенләнә.
Быйылғы йыл уҡытыусы һәм остаз йылы тип билдәләнгәйне. Уҡытыусы, остаз авторҙарҙың егәрлелегенә, төрлө яҡлы фекер йөрөтә белеүҙәренә, маҡсат ҡуйып йәшәй белеүҙәренә, ҡанатланып, арыу- талыу белмәй Тыуған илгә, туған телгә хеҙмәт итеүҙәренә һоҡланмай мөмкин түгел. Уларға ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер насип булһын.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.