+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
18 Января 2024, 05:25

Йәнкәйҙәре булһын йәннәттә...

Кеше ғүмере күҙ асып йомған ара, өс көнлөк, ти халыҡ. Ғүмер ҡәҙерен, йәмен белеп йәшәгәндәр өсөн уның өҙөлөүе бик аяныслы. Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡапыл, уйламағанда кинәт кенә баҡыйлыҡҡа күсеүҙәре ағай-эне, яҡындарын ғына түгел, ауылдаштарын, яҡын-тирәләге ауыл кешеләрен ауыр ҡайғыға дусар итә. Коронавирус, яман шеш сирҙәре, махсус хәрби операция күпме яҡташтарҙың йәшләй генә гүр эйәһе булыуҙары йөрәктәрҙе әрнетә, яҡындарын юғалтыуҙа күңел яраларын тынысландырырға һүҙҙәр етмәй.

Йәнкәйҙәре булһын йәннәттә...Йәнкәйҙәре булһын йәннәттә...
Йәнкәйҙәре булһын йәннәттә...

Ауылдашым Йәнтүрин Ғәлинур Сәхәүетдин улы ла 64 йәшендә генә яҡындарын, ауылдаштарын, күрше Ҡуғанаҡбаш, Ибраҡай, уны белгән башҡа ауылдар халҡын ауыр кисерешкә дусар итте.
Ғәлинур Сәхәүетдин улы хаҡында яҙырға мине уның асыҡ, ябай, ярҙамсыл, кешелекле, эскерһеҙ булыуы мәжбүр итте. Ул һәр ваҡыт юл ярып һәр эште оҫта ойоштороусы булды. Урам халҡы уны, ул кешеләрҙе хөрмәт итә белде. Утҡа ла, һыуға ла алдан инер кеше ине ул. Мәрхәмәтһеҙ яҙмыш, яман сир беҙҙең арабыҙҙан уны тартып алды. Оҫта ойоштороусы булғанғалыр, уйынлы-ысынлы беҙ уны «Император» тип йөрөттөк. Иҫке Ҡалҡашта бригадир, ферма мөдире булараҡ та, ул бар көсөн һалып эшләне. Класташтар осрашыуын ойошторһынмы, уларҙың, урам кешеләренең һәр береһенең тыуған көндәрен белеп ҡотлаһынмы, байрамдар менән тәбрик итһенме, береһен дә онотманы, иғтибарлы, ихтирамлы, киң күңелле кеше булғанғалыр былар барыһы ла. Ул алтын ҡуллы ла булды, белмәгән эше юҡ ине. Ошо йәшендә лә Ленин исемендәге, «Заря» хужалыҡтарына слесарь, токарь булараҡ ярҙам итте. Шуға ла уны һуңғы юлға оҙатҡанда Ҡуғанаҡбаш, Ибраҡай ауылдарынан иптәштәре килеп хөрмәт күрһәтте. 64 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, ул ейәндәремә тип өй өҫтөнә өй һалды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өйҙөң эшен тамамлай ҙа алманы. Үҙе кеүек тырыш улының был эште тамамлауына шик юҡ. Ғинуарҙың 22һендә Ғәлинур ҡустының мәрхүм булыуына 40 көн. Ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттәлер ул һәйбәт кешенең. Ошо мәҡәләмде уның яҡты рухына бағышлап, Ғәлинур ҡустының тормош иптәше, балаларына түҙемлек, һаулыҡ теләп шиғыр юлдары менән тамамлайым.

Ах, ниндәй егет инең һин!
Ах, ниндәй бөркөт инең!
Һин бит бөтә Ҡалҡашыма
Бер генә бөртөк инең.

Ах, һинең кешелеклегең!
Ах, һинең дуҫлыҡтарың!
Һин киткәс кенә белдек беҙ
Донъяның бушлыҡтарын.

Мәңгелеккә киттең,.. хушлашманың,
Уйламаған ерҙән, кинәттә.
Тыныс йоҡо, ҡустым, дуҫым минең,
Йәнкәйҙәрең булһын йәннәттә.

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.
Иҫке Ҡалҡаш ауылы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас