Үткән йыл «Бәйләнештә» селтәрендә Мөхәмәтшә Абдрахман улы Буранғоловтың ижадына арнап 10 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем төбәк-ара Әйтештәр бәйгеһе иғлан ителгәйне. Бәйгене Ырымбур өлкәһе Дала сәсәндәре клубы ағзалары, Мәскәүҙән Сәсәндәр ойошмаһы һәм Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге ойошторҙо.
Ошо әҙәби сараға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан (Силәбе өлкәһенән, Сочи, Мәскәү, Ростов на Дону), Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм республиканың бик күп райондарынан 46 сәсән йыйыла. Ҡатнашыусылар һүҙҙәре буйынса, Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәм тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, яуҙа ҡатнашҡан ир - егеттәребеҙгә арнап бик күп яңы шиғырҙар, ҡобайырҙар яҙылған.
Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Гөлнас Муратова (Наҙлыҡай), Фәниә Сатучина (Маянһылыу), Күндерәктән Шәһүрә Асҡарова (Шаһзада) үҙҙәренең ижади әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Комиссия ағзалары яҡташтарыбыҙҙың хисле шиғырҙарын баһалап, уларҙы бәйге финалына саҡыра. 21 декабрь көндө ныҡ буран булыуға ҡарамайынса, улар ошо сараға барырға йөрьәт итә.
Шәһүрә ханымдың һүҙҙәре буйынса, ырымбурҙар сараға бик матур әҙерләнгән. Билдәле сәсәндең ижады тураһында архив документтары менән Фәнил Ишбулатов, сәсәндең Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында йәшәгән осорон яҙыусы Бикташ Сәитов һөйләй, «Ялҡын» ансамбле бик сағыу сығыш яһай.
Ырымбур өлкәһе башҡорттар ҡоролтайы ағзаһы ойоштороусыларға һәм алыҫ аранан килгән ҡунаҡтарға үҙенең рәхмәт һүҙен әйтә.
Урындағы мосолмандарҙың «Ҡарауан Һарай» дини ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Жангабилова Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға француз яулыҡтары бүләк итә һәм сара тамамланғас Ҡарауан Һарай мәсетенә саҡыра. Әйткәндәй, Гөлимә сығышы менән Ишембай районынан.
- Башҡорт халҡының ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосын 22 генә йәшендә яҙып алып, халыҡҡа еткергән һәм үҙенең бик күп шиғырҙары, поэма, пьесалары менән танылған шәхесебеҙ менән ғорурланабыҙ, - тип һөйләй Шәһүрә Асҡарова.
Яҡташтарыбыҙҙың ошо матур сарала ҡатнашып, уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын.
Һеҙҙең иғтибарға уның ошо бәйге барышында барғанда яҙған бер шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Исемең һинең халыҡ телендә
Исемең һинең халыҡ телендә,
Онотмаған уны бер кем дә.
Башҡортомдоң данлы шәхесе,
Һөйләй, иҫләй, белә һәр кемдә.
Туҡ буйында тыуып үҫкәнһең,
Йәтимлектең әселеген күргәнһең.
Бирешмәйсә ҡырыҫ тормошҡа,
Уҡымышлы булып киткәнһең.
Шомло, болғаныслы йылдарҙа,
Юғалмайса идара иткәнһең.
Туҡ - Сорандың етәксеһе булып,
Ғәҙел, сәмсел хеҙмәт иткәнһең.
Бар уй - хисең булған уҡыуҙа,
Һәм халыҡҡа белем биреүҙә.
Йәшләй генә килгән уйыңа,
Ауыҙ - тел ижадын яҙырға.
Ғәбит сәсән, Хәмит сәсәндәр,
Көйләп һөйләгәндәр эпосты.
Аллаһы Тәғәлә һиңә көс биргәндер,
Яҙып алып, халыҡҡа биреүҙе.
Башҡортомдоң күпме әҫәрҙәре,
Быуын - быуын яттан һөйләнгән.
Һинең тырышлығың менән, оло аға,
Китап биттәренә һалынған.
Урал, Ҡараһаҡал, Батырша,
Иҙел менән Яйыҡ, Аҡбуҙат.
Һары мулла, Тамъян, Салауат,
Оло сәсәндәрҙән аманат...
Үҙең ижад иткән әҫәрҙәр,
Төшмәй һаман сәхнә түренән.
Зәңгәр шәл, Ашҡаҙар, Шәүрәкәй,
Башҡорт туйы ҡуйыла яңынан!
Поэмалар яҙҙың, хикәйәләр,
Барыһы ла халыҡ иҫендә.
Һин тереһең, беҙҙең менән аға,
Исемдәрең күңел түрендә,
Һәм һаҡлана халыҡ телендә.
Дала сәсәндәре клубы ағзаһы
Шәһүрә АСҠАРОВА.