+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
27 Января 2024, 06:02

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ибраҡай ауылы  НАСИРОВА Әминә Насыри ҡыҙына Ҡәҙерле кешебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уңған, тыңғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйбеҙ. Балаларыңдың, ейән - ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер - хөрмәтен, ихтирамын тойоп, изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә насип итһен Хоҙай. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Һин беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләүсе, бәхет өләшеүсе. Барыбыҙҙы тиң күреп, һәр ваҡыт ҡурсалап торғаның өсөн рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине яратабыҙ! Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң - Бар тормошто нурға күмәһең. Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен Бары тик һин генә беләһең. Тормошта гел ярҙам итеп тора Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең, Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың, Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын, Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың, Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә. Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә. Иң изге теләктәр менән балаларың, кейәүең, килендәрең, ейән - ейәнсәрҙәрең, бүләсәрең.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ибраҡай ауылы

НАСИРОВА Әминә Насыри ҡыҙына

Ҡәҙерле кешебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уңған, тыңғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйбеҙ. Балаларыңдың, ейән - ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер - хөрмәтен, ихтирамын тойоп, изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә насип итһен Хоҙай. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Һин беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләүсе, бәхет өләшеүсе. Барыбыҙҙы тиң күреп, һәр ваҡыт ҡурсалап торғаның өсөн рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине яратабыҙ!

Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң -

Бар тормошто нурға күмәһең.

Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен

Бары тик һин генә беләһең.

Тормошта гел ярҙам итеп тора

Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең,

Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,

Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.

Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,

Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,

Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.

Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен

Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.

Иң изге теләктәр менән балаларың, кейәүең, килендәрең, ейән - ейәнсәрҙәрең, бүләсәрең.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас