+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
20 Февраля 2024, 04:56

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Табылды ауылы  МӘЖИТОВА Зөбәржәт Ғафур ҡыҙына Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Һине ихлас күңелдән ҙур байрамың, юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Һинең кеүек сабыр, миһырбанлы, саф күңелле әсәйҙәр бик һирәктер. Һин оло йәнле, киң күңелле кеше, беҙҙең таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Барлыҡ тормош ауырлыҡтарын еңеп, беҙгә, балаларыңа, туғандарыңа сабырлыҡ, изгелек күрһәтеп йәшәйһең. Һин яғымлы, йомшаҡ күңеллеһең, әммә кәрәк ваҡытта етди, талапсан да була беләһең. Әсәй! Тыуған нигеҙгә ҡайтҡанда ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алыуың өсөн бик ҙур рәхмәт һиңә. Өйөбөҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булһын, беҙ, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, тормош иптәшең Әнүзәр ағай менән бер-берегеҙгә ҡыуаныс, терәк, ышаныс булып оҙаҡ ғүмер итегеҙ. Барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр һиңә! Әле һаман беҙ тип йәшәйһең һин, Күптән инде ҙур булһаҡ та. Аҙ булыр кеүек, әсәй, һинең өсөн Ниндәй изгелектәр ҡылһаҡ та. Аллаһ Тәғәлә һиңә сәләмәтлек бирһен, Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың. Сир белмә, ҡайғы-хәсрәт күрмә, Йәп-йәш булып ҡалһын күңелең. Алдағы көндәрҙә лә бәхетебеҙ Булһын ине тулы, түңәрәк. Һинән йылы алып һаман шулай Ғүмер итһәк ине бергәләп. Иң изге теләктәр менән улың Фәнис, ҡыҙың Лилиә, кейәүең Мизроб, ейән-ейәнсәрең Миран, Сабина.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Табылды ауылы

(120) МӘЖИТОВА Зөбәржәт Ғафур ҡыҙына

Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Һине ихлас күңелдән ҙур байрамың, юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Һинең кеүек сабыр, миһырбанлы, саф күңелле әсәйҙәр бик һирәктер. Һин оло йәнле, киң күңелле кеше, беҙҙең таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Барлыҡ тормош ауырлыҡтарын еңеп, беҙгә, балаларыңа, туғандарыңа сабырлыҡ, изгелек күрһәтеп йәшәйһең. Һин яғымлы, йомшаҡ күңеллеһең, әммә кәрәк ваҡытта етди, талапсан да була беләһең. Әсәй! Тыуған нигеҙгә ҡайтҡанда ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алыуың өсөн бик ҙур рәхмәт һиңә. Өйөбөҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булһын, беҙ, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, тормош иптәшең Әнүзәр ағай менән бер-берегеҙгә ҡыуаныс, терәк, ышаныс булып оҙаҡ ғүмер итегеҙ. Барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр һиңә!

Әле һаман беҙ тип йәшәйһең һин,

Күптән инде ҙур булһаҡ та.

Аҙ булыр кеүек, әсәй, һинең өсөн

Ниндәй изгелектәр ҡылһаҡ та.

Аллаһ Тәғәлә һиңә сәләмәтлек бирһен,

Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.

Сир белмә, ҡайғы-хәсрәт күрмә,

Йәп-йәш булып ҡалһын күңелең.

Алдағы көндәрҙә лә бәхетебеҙ

Булһын ине тулы, түңәрәк.

Һинән йылы алып һаман шулай

Ғүмер итһәк ине бергәләп.

Иң изге теләктәр менән улың Фәнис, ҡыҙың Лилиә, кейәүең Мизроб, ейән-ейәнсәрең Миран, Сабина.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас