+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
15 Марта 2024, 05:20

Ғаилә менән һайлауға

Илебеҙҙә мөһим ваҡиға - Рәсәй Федерацияһының Президентын һайлау башланды.

Ғаилә менән һайлауғаҒаилә менән һайлауға
Ғаилә менән һайлауға

Ғаилә йылында ғаилә менән һайлауға килеүселәр иғтибар үҙәгендә. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, 2845 һанлы Иҫке Ҡалҡаш һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып хеҙмәт  ветерандары Тәскирә менән Ғәлийән Ҡолмөхәмәтовтар,  шулай уҡ Минзәлә менән Амур Ҡотлошиндар, Гөлнур менән Салауат Насировтар гражданлыҡ бурыстарын үтәп, үҙ тауыштарын биреп сыҡты. Әйткәндәй, Салауат Насиров ауыл Советы депутаты. Хеҙмәт ветераны Зөфәр Нсиров та иң тәүгеләрҙән килеп, илебеҙҙәге мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы, тине ошо участка һайлау комиссияһы ағзалары.

Был участкала иртәнге сәғәттәрҙә өс тиҫтәгә яҡын һайлаусы тауыш биргән.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас