+12 °С
Дождь
ОКВК
Все новости
Общие статьи
2 Апреля , 16:10

Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!

1 апрель көлкө көнө генә түгел, ә халыҡ-ара ҡоштар көнө тип тә билдәләнә. Был көн беҙҙең илебеҙҙә 1927 йылда үткәрелә башлай. Байрамдың яҙ көнө үтеүе осраҡлы түгел, сөнки йылы яҡтан тыуған яҡтарын һағынып ҡоштар ҡайта башлай.

1 апрелдә Табылды ауылы мәҙәниәт йортонда балалар өсөн  "Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар" тип аталған сара ойошторолған. Унда балаларға ҡоштар донъяһына ҡағылышлы төрлө һорауҙар менән квест- уйын тәҡдим ителгән. Улар  “Әҙәбиәт”, “Ижад”, “Птицворд”, “Ҡоштар донъяһы” һәм башҡа туҡталыштарҙа үҙҙәренең белем кимәлен күрһәтеп, ҡанатлы дуҫтарға битараф булмауҙарын иҫбатлай. Әлбиттә, һәр ҡатнашыусы татлы приз менән бүләкләнгән.

Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!
Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: