+4 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Общие статьи
12 Апреля , 12:27

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024

Быйыл акция 27-29 апрелдә үтә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә 11.00 сәғәттә планлаштырылған. Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2024 йылда текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналған. 

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024

Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2024 йылда текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналған. Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдә ҡаралған:
- башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр;
- башҡорт телендә иркен аралашыусылар кимәле;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡағыҙ битендә ирекле формала, тулыһынса исем-шәрифе, һәм йәшәү йәшәү урыны күрһәтелеп рәсмиләштерелергә тейеш.
Акцияның девизы: «Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы» («Тел — халыҡтың рухи мираҫы»). Башҡортостан республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы Акция йыл һайын апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә үткәрелә.

https://uchbash.com/news/bash-ort-tele-m-bi-te/2024-04-09/bash-ort-telen-n-haly-ara-diktant-2024-3721164

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: